Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Август 2018, 11:45

Аҙан тауышы яңғыраны ауылда

Һәргәй ауылында иҫтәлекле ваҡиға булды - «Фатиха» исемле яңы иман йорто асылды.

Был сараға ауыл халҡы һәм сит тарафтарҙан күп ҡунаҡтар йыйылғайны. Был көндә оҙаҡ йылдар күрешмәгәндәр күрешеп ҡыуанды, хәл-әхүәл белеште, аралашты. Бынан бер-нисә йыл элек һыу аҫтында ҡалған Кинйәбай ауылынан да килгәндәр ине, сөнки ул Һәргәйгә яҡын булған, халыҡ та бер-береһен яҡшы белгән. Күршеләренең шатлыҡтарын уртаҡлашырға иштуғандар, һыртландар ҙа килгән. Һәр ҡайһыһы ата-бабалар рухына хәйер һалды, ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе, бүләктәрен тапшырҙы.
Тантаналы сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, уның ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров ҡатнашты. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ғилми советы ағзаһы, “Ишан Зәйнулла Рәсүлев” мосолман дини ойошмаһы имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт ӘХМӘРОВ вәғәз уҡыны. Ҡотлауҙарға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Таһир Ғизәтуллин менән район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Сәйфетдинов та ҡушылды. Морат хәҙрәт Ишбаев район Хакимиәте, Нөгөш ауыл биләмәһе етәкселәренә, ауыл халҡына һәм мәсет төҙөүҙә ярҙам иткән һәр кешегә рәхмәттәрен әйтте.
Иманлы ерҙән бәрәкәт китмәҫ, тигән боронғолар. Аҙан тауышы һәр ваҡыт ишетелеп торор, кешеләр көн дә изге йортҡа килер, намаҙ уҡыр, сабыйҙарға исем ҡушылыр, йәштәргә никах уҡылыр, ата-бабаларыбыҙға доғалар ҡылыныр, тип ышанғы килә.
Тәүге тапҡыр аҙан тауышы яңғырағандан, бергәләшеп намаҙ уҡығандан һуң халыҡ тәмле былау ашап, хуш еҫле сәй эсеп таралышты.
Әсҡәт Ҡормаев, Нөгөш ауыл биләмәһе башлығы:
- Бөгөн беҙҙә тантаналы, оҙаҡ көтөлгән ваҡиға - иман йорто ишектәрен асты. Был изге эште Морат хәҙрәт Ишбаев үҙ иңенә алды һәм ауыл халҡы, дуҫтары ярҙамы менән атҡарып сыға алды. Район хакимиәтенән дә ярҙам булды. Әйтергә кәрәк, мәсет ауылға бик кәрәк, сөнки ул йәш быуынды тәрбиәләргә, иман юлына баҫырға, ололарҙы хөрмәт итергә өйрәтергә ярҙам итә. Бөгөнгөләй иман йортобоҙ, һәр көн нур сәсеп, үҙенә тартып торһон кешеләрҙе.
Читайте нас: