Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Сентябрь 2018, 11:56

Мәсет ишектәре һәр саҡ асыҡ булһын

Үткән шәмбе Арыҫлан ауылында иман йорто асылды.

Кешеләрҙе донъяға ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рухи һәм мәғрифәтселек үҙәге ул - мәсет. Дин - ул нәсихәт, тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тыйыу. Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр тип әйтелә хәҙистә. Ысынлап та, мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашҡан һәр кеше йәннәт һарайына лайыҡтыр.
Арыҫлан ауылы халҡы иман йортон асыу тантанаһын башҡарҙы. Изге йорттоң нигеҙе былтыр август айында һалында, бер йылда дөйөм тырышлыҡ менән ауылдың юл ситендә балҡып торған мәсет ҡалҡып сыҡтыю. Уға Кинйә Арыҫлановтың атаһы рухына “Арыҫлан” мәсете тип исем бирелде. Мәсетте төҙөү бик еңелдән булмаһа ла, халыҡ, бағымсылар, фермерҙар, “Урал” хәйриә фонды, тирә-яҡ ауыл халҡы ярҙамы менән башҡарылып сыға.
Был тантаналы сараға ауыл халҡы, күрше ауылдарҙан, ситтән килгән ҡунаҡтар дәррәү йыйылды. Һәммәһенең йөҙөндә ҡыуаныс һәм иман нуры балҡый ине. Байрамды асып, Рәфис хәҙрәт Сафин арыҫландарҙы ҡотланы, нәсихәттәрен һүҙҙәрен еткерҙе. Әбет ауылы имамы Зәбир Яҡшеев та теләктәр теләп, аят уҡыны.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 77-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: