Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Октябрь 2018, 11:30

Первомай ауылында яңы мәсет асылды

Көҙҙөң йылы, ҡояшлы көнөндә Первомай ауылы халҡы яңы мәсет асыу тантанаһын уҙғарҙы.

Иман йорто ауылдың ҡап уртаһында нурҙай балҡып тора. Изге байрамға ауыл халҡы, ҡунаҡтар оло тулҡынланыу менән йыйылды.
Сараны Әбет ауылы имамы Зәбир Яҡшыев доға уҡыуҙан башланы. Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының диниә назараты йәштәр хәрәкәте рәйесе урынбаҫары Айнур хәҙрәт Арыҫланов сығышында йәштәрҙе иман йортона әйҙәне. Өфө ҡунағы Илгиз Абдрахманов мөнәжәт бүләк итте.
Район Хакимиәте урынбаҫары Альберт Таймаҫов, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Михаил Маврин ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Ҡала һәм район имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин дини байрамдарҙы йышыраҡ үткәреү, халыҡ араһында эскелек, наркомания кеүек насар күренештәргә юл ҡуймау, балаларҙы уҡытыу, йәштәрҙе тәрбиәләү, ғаиләлә бер-береңде аңлап йәшәү, ғаилә институтын нығытыу кәрәклеген билдәләне. “Ауыл халҡы өсөн бөгөн, ысынлап та, иҫтәлекле көн, ҙур байрам, - тине ауылдың имамы Рифмир Садиҡов. - Был изге эште тормошҡа ашырыуҙа “Иҙел” агрофирмаһы етәксеһе Данияр Ғәбитов, “Аладдин” магазины хужаһы Илнур Күсмәев, “Мәләүез үҙәк баҙар” директоры Марат Валеев, эшҡыуар Марат Нурлыев, ауыл халҡы ҙур ярҙам күрһәтте. Иман йорто тарихи ҡомартҡы ғына булып ҡалырға тейеш түгел, унда йөрөүселәр һаны ла артһын”. Һәр әйтелгән йылы һүҙ йыр, бейеү программаһы менән үрелеп барҙы. Ярҙам ҡулы һуҙғандарға Рәхмәт хаты тапшырылды. Мәсетте асыу тантанаһынан һуң унда тәүге намаҙ уҡылды.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 82-се һанында уҡығыҙ
Читайте нас: