Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының элекке рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин 73-сө йәшендә арабыҙҙан китте. Үлем сәбәбе әлегә хәбәр ителмәй.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин 1946 йылда Сибайҙа мулла ғаиләһендә тыуған.
1992 йылдан алып Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына етәкселек итте. Быйыл 29 апрелдә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы ултырышында Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин рәсми рәүештә мөфтиәт башлығы вәкәләттәрен һалды. Ваҡытлыса рәйес итеп мөфтөй урынбаҫары, имам Айнур хәҙрәт Бирғәлин һайланды.
Хәҙер республикала 1 300 мосолман мәхәлләһенең 737-һе Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына ҡарай.