ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Август 2019, 14:38

Ҡорбан ғәйетен Мәләүез мосолмандары киң билдәләне

Кешеләрҙе берләштергән, туғанлыҡ ептәрен , рухты нығытҡан, күңелдәрҙә изге уйҙар уятҡан байрамға иртән иртүк йыйылдылар. Уларҙы эшҡыуарҙар һәм ҡул эше оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәһе ҡаршы алды. Унда дини китаптар, мосолман кейемдәре, сувенирҙар алырға була ине. Шулай уҡ күп балалы аҙ килемле ғаиләләр өсөн хәйриә йәрминкәһе ойошторолғайны.

Кшеләрҙе берләштергән, туғанлыҡ ептәрен , рухты нығытҡан күңелдәрҙә изге уйҙар уятҡан байрамға иртән иртүк йыйылдылар. Уларҙы эшҡыуарҙар һәм ҡул эше оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәһе ҡаршы алды. Унда дини китаптар, мосолман кейемдәре, сувенирҙар алырға була ине. Шулай уҡ күп балалы аҙ килемле ғаиләләр өсөн хәйриә йәрминкәһе ойошторолғайны.
Ғәйет намаҙы ваҡыты етәрәк мәсеткә йыйылған мосолмандар тәҡбир әйтте. Ҡала мәсете имам-хатибы, район имам-мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Рафиҡов ислам динендәге иң оло байрамдарҙың береһе менән ҡотлағас, һүҙҙе район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа бирҙе.Рөстәм Наил улы төбәктә йәшәгән 45 милләт вәкиленең, дини ҡараштарына ҡарамай, дуҫ һәм татыу йәшәүен теләне.
Имам-хатип етәкселегендә ике рәҡәғәт ғәйет намаҙы уҡылды, Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының элекке мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин үҙе иҫән саҡта ошо Ҡорбан ғәйетенә әҙерләгән хөтбәһе уҡылғас, мәсеткә килеүселәрҙең барыһын да байрам былауы көтә ине.
Быйылғы Ҡорбан ғәйете мәләүездәр өсөн тағы шуныһы менән иҫтә ҡалды: “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркында балалар бушлай батутта һикерҙе . Бынан тыш, Гагарин исемендәге паркта ла байрам саралары ойошторолдо.
Читайте нас: