Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Сентябрь 2019, 11:25

Әсәйҙәрҙе рәнйетмәгеҙ

Гөлназ Асаеваның “Рәнйетмәгеҙ ғәзиз әсәләрҙе” тип йырлағанын ишеткәс, яңыраҡ мәсет ишеге төбөндә үҙе ярҙамға мохтаж ҡатындың улы тәүфиҡҡа ҡайтһын тигән өмөт менән хәйер бирергә сиратта торғандағы һөйләшеү иҫкә төштө.Әсә бер бөртөк ғәзиз балаһын, күҙ ҡараһы кеүек ҡурсалап, яңғыҙы үҫтергән икән.

Гөлназ Асаеваның “Рәнйетмәгеҙ ғәзиз әсәләрҙе” тип йырлағанын ишеткәс, яңыраҡ мәсет ишеге төбөндә үҙе ярҙамға мохтаж ҡатындың улы тәүфиҡҡа ҡайтһын тигән өмөт менән хәйер бирергә сиратта торғандағы һөйләшеү иҫкә төштө.
Әсә бер бөртөк ғәзиз балаһын, күҙ ҡараһы кеүек ҡурсалап, яңғыҙы үҫтергән икән. Ә ауырлы саҡта ире эскән, ҡатынын йәберләгән, хатта ҡул күтәргән. Йәш әсә, сабыйын ҡулына алғас та, улын был әшәкелектән ҡотҡарыу ниәте менән айырылып ҡайтып киткән. Ипле генә һөйләшкән, бөхтә итеп кейенгән әҙәпле ҡатынға ҡарап, балаһы ла бик игелекле булып үҫкәндер, тип уйлап та өлгөрмәнем, әсәй кеше ҡыйыш уңалған ҡулын күрһәтте. Буй еткергән улы һындыра һуҡҡан, имеш. “Закон бар бит” тигән һүҙҙәремде ишетеү менән ҡобараһы осоп тирә-яғына ҡаранды. Алма ағасынан йыраҡ төшмәгән, атаһына оҡшаған икән. Хас уның кеүек эсеүен, утыҙға етеп тә йүнләп эшләмәгән улының, аҡса таптырып, әйтмәгән һүҙ ҡалдырмай ҡыйырһытыуын, хаяһыҙ уҫал булыуын йөрәкһеп дауам итте яңы танышым. Йөҙгә етеп барған әбейҙе тәрбиәләгән, балаһына ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырышып, ғүмер буйы бер үҙе донъя йөгөн һөйрәгән әсәһенә ҡул күтәргән, кеше тип әйтергә тел әйләнмәй, әҙәм аҡтығын нисек ер йөрөтә икән…
Ә ҡатын… ул “ҡорбан” роленә күнгән дә баһа. Алтмыштан үткән кешегә, бәлки, үҙ ҡарашын булдырырға, йәшәргә ваҡыттыр. Сит илдәрҙәге кеүек, беҙҙә лә ғаилә психологы булдырыу дөрөҫ булыр ине, минеңсә. Беҙ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, әлдә лә ҡурҡаҡ, йыуаш булып ҡалабыҙ. “Ожмах - әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигән йыр һүҙҙәре йөрәккә үтеп инә. Был ҡатындың улы ла бер ваҡыт ғаиләле, балалы булыр, бәлки, аңына килер - тик һуң булмаҫмы? Йәштәр ошо йырҙың һүҙҙәренә ныҡ иғтибар итһен ине, юҡһа бер 20 йылдан йәшәйешебеҙ, халҡыбыҙ ҡот осҡос хәлдә ҡалыуы ихтимал.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Кем ғәйепле бында, йәмғиәтме, үҙебеҙме?
Хәлиҙә Шәйәхмәтова.
Читайте нас: