Был әйтемде барыбыҙ ҙа ишеткәне бар. Ислам динендә әсәйҙәргә оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьән Кәримдә уларға төшкән ауыр вазифалар тураһында иҫ киткес йомшаҡ, наҙлы һүҙҙәр менән телгә алына.
Ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге төп бурысы - балалар тәрбиәләп үҫтереү, Ҡөрьәнде аңлатыу, уларҙы юғары иманлы, әҙәпле итеү, сөнки балалар күпселек ваҡытын әсә янында үткәрә, беренсе тәрбиәне, өгөт-нәсихәтте, әҙәп өлгөләрен унан ала.
Әсә хаҡы бик ҙур. Уны тейешенсә үтәмәү, әсәйеңдең күңелен ҡалдырыу - бик ҡурҡыныс эш.
Изге “Ҡөрьән” әсәйгә генә түгел, атай кешегә лә изгелекле, ихтирамлы мөнәсәбәттә булырға өйрәтә. Хоҙай Тәғәлә уларҙың хаҡын Үҙе менән бер дәрәжәгә ҡуя.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән (с.ғ.с) берәү ата-әсә хаҡы тураһында аңлатып биреүен һораған. “Атайыңа “атайым!” тип кенә өндәш, – тигән пәйғәмбәребеҙ. - Бергә йөрөгәндә ул алданыраҡ барһын. Атаһы менән әсәһенә ҡарата изге мөнәсәбәттә булғандар алдында йәннәттең ике ҡапҡаһы ла асып ҡуйылыр”.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: “Ата-әсәгеҙ берәй ярамаған эш ҡылһа ла, ҡаты бәрелмәгеҙ, бәлки йомшаҡ һүҙ менән генә ул эштең килешмәгәнен әйтегеҙ, ата-әсәңә түбәнселек менән буйһоноп, һәр ваҡыт рәхмәт уҡып тороғоҙ”.
Атай-әсәйең яҡшы кешеләр булһа ла, яман кешеләр булһа ла, уларҙы ысын күңелдән һөй - шулай тип өйрәтә дин. Уларҙың күҙенән юғалып, билдәһеҙ ерҙәрҙә оҙаҡ йөрөмә. Айырым торһаң, даими рәүештә барып хәлдәрен бел, йомоштарын үтә, саҡырып ҡунаҡ ит. Атай-әсәйең йөрөй алмаҫлыҡ хәлгә килһә лә, һис бер ауырһынма. Хатта ата-әсәң һине яратмаһа ла, үҙең ҡараңғы сырай күрһәтмә. Гүр эйәһе булһалар, һәр саҡ уларға доға ҡылып тор. Бына шулай тәрбиә итһәң генә, уларҙың хаҡын еренә еткереп үтәгән булырһың.