ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Ноябрь 2019, 18:42

“Өйҙө туй көнөндә генә түгел, ғүмер буйы бәхет нурлаһын”

Стәрлетамаҡ районында Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың туй йолаларын тергеҙеү, һаҡлау, йәш быуынды үҙ милләтенең ғөрөф-ғәҙәттәренә йәлеп итеүгә арналған бик күркәм сара үтте. Республика дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән был фестиваль Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында ойошторолғайны.

Унда егермегә яҡын район-ҡаланың ижади коллективы ҡатнашты һәм 25 конкурс программаһы тәҡдим ителде. Улар башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, украин, мордва һәм мари халҡының ышаныуҙарына, юрауҙарына, традицияларына нигеҙләнгән туй тантанаһын күрһәтте. Конкурсанттар сығышын Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева рәйеслегендәге жюри комиссияһы баһаланы. Призлы урындарҙан тыш, ҡатнашыусылар номинацияларҙа билдәләнде һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Мәртәбәле сарала мәләүездәр ҙә уңышлы сығыш яһаны. Башҡорт халҡының туйға әҙерләгән ризыҡтарын күрһәтеп, мәҙәниәт-ял үҙәгенең “Мәләүез ынйылары” фольклор ансамбле (етәксеһе Г. Хисаметдинова) “Туй табыны” номинацияһында беренсе урын яуланы. Ошо уҡ коллектив I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Читайте нас: