Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Ноябрь 2019, 14:10

Күңелемдә йәшәй әсәйем...

Әсәй. Дүрт кенә хәрефтән торған ябай ошо һүҙ тәрән мәғәнәгә эйә. Уға наҙ, мөхәббәт, шатлыҡ һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡайғы-хәсрәт тә һыйған. Әсәйҙәргә арнап күпме шиғыр, йыр, романдар яҙылған, ләкин әйтелер һүҙҙәр, барыбер ҙә, әйтелеп бөтмәгән кеүек. Һәр сабыйҙың теле «әсәй» тип асыла, Ватанды Әсә менән сағыштырабыҙ, уның өсөн ғүмеребеҙҙе аямайбыҙ.Иң тәмле аш, иң наҙлы тауыш, иң йылы, йомшаҡ ҡулдар, һөйөү тулы күҙҙәр кемдеке? Эйе, беҙгә иң ҡәҙерле, иң ғәзиз ғүмер биргән кешебеҙҙеке.

Әсәй. Дүрт кенә хәрефтән торған ябай ошо һүҙ тәрән мәғәнәгә эйә. Уға наҙ, мөхәббәт, шатлыҡ һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡайғы-хәсрәт тә һыйған. Әсәйҙәргә арнап күпме шиғыр, йыр, романдар яҙылған, ләкин әйтелер һүҙҙәр, барыбер ҙә, әйтелеп бөтмәгән кеүек. Һәр сабыйҙың теле «әсәй» тип асыла, Ватанды Әсә менән сағыштырабыҙ, уның өсөн ғүмеребеҙҙе аямайбыҙ.

Иң тәмле аш, иң наҙлы тауыш, иң йылы, йомшаҡ ҡулдар, һөйөү тулы күҙҙәр кемдеке? Эйе, беҙгә иң ҡәҙерле, иң ғәзиз ғүмер биргән кешебеҙҙеке.

Минең әсәйем Йәмғиә Бикташева 1927 йылда Борай районының Ҡотлояр ауылында тыуған. Ленин исемендәге колхозда аш бешереүсе булып эшләне. Атайым менән беҙгә, дүрт балаға ғүмер биргән улар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2004 йылдың ғинуар айында әсәйебеҙ беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте. Ләкин уның юҡлығына күңелебеҙ һаман ышанмай, бына ғына килеп инер ҙә: “Балаҡайҙарым, мин килдем”, - тип өндәшер кеүек.

Бөгөн үҙем 60 йәште тултырған олатай булһам да, әсәйемдең «балам» тигән һүҙе һаман ҡолағымда яңғырап тора. Уның әйткән һүҙҙәрен бик йыш иҫкә алам, өгөт-нәсихәттәрен дә онотмайым, үҙемдең балаларыма еткерәм. Миңә тормош бүләк иткән өсөн ҡәҙерле кешемә ғүмерем буйы рәхмәтлемен.
Фәнис БИКТАШЕВ.
Читайте нас: