Илебеҙҙә конфессия-ара татыулыҡты нығытыуҙа Башҡортостан мосолман өммәтенең хеҙмәте ҙур, тине республика башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Рәсәй — ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң пленар ултырышында сығыш яһап. Уның һүҙҙәренсә, беҙҙең республика традицион диндәрҙең үҙенсәлекле хеҙмәттәшлек моделе булараҡ сығыш яһай. Төбәк етәксеһе 1788 йылда батшабикә Екатерина икенсенең указы менән Өфөнөң Рәсәйҙә ислам үҙәге тип танылыуы осраҡлы булмауын хәтергә төшөрҙө.
«Башҡортостанда билдәле «Ғәлиә» һәм «Ғосмания» мәҙрәсәләре нигеҙ һалған ислам мәғарифы традициялары көслө. Бөгөн йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биреү эшендә исламдың ҙур тәжрибәһен ҡулланырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Рәсәй — ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмө ултырышы конфессия-ара татыулыҡ темаһына һәм ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 50 йыллығына, шулай уҡ Рәсәйҙең күренекле сәйәси эшмәкәре, стратегик ҡараш төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Евгений Примаковтың 90 йыллығына бағышланып үткәрелә. Форумда 25 илдән делегат ҡатнаша.