Донъяға һәр кеше үҙ ризығы (өлөшө) менән тыуа.
Яҙған ризыҡ теш ярып инә.
Ризығы бөтмәйенсә, кеше үлмәй.
Ризыҡты ҡабаланып ашарға ярамай.
Яңы ризыҡ көткәндә, иҫкеһен:
- Килер ризығың юлын быуып тормаһын! - тип ашайҙар.
Ат арыһа, сабып ҡал, - тиҙәр.
Яңы ризыҡты ауыҙ иткәндә:
Иҫке ауыҙ (ҡорһаҡ) яңы аш,
Яман сирем ситкә ҡас! - тип әйтәләр.
Тимер ҡашығаяҡта ризыҡтың бәрәкәте китә, тип ағас туҫтаҡ-аяҡҡа өҫтөнлөк биргәндәр.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.