Был өйҙөң эсе нурлы, ә быныһында ҡот юҡ, тип әйткәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Ысынлап та, ҡайһы бер кешенең йорто, затлы йыһаз менән тулы булһа ла, нимәлер етмәгән кеүек. Ә икенсенеке, ярлы ғына йәшәһә лә, йәмле булыуы менән айырыла.
Был өйҙәрҙең “сифаттары”, әлбиттә, байлыҡҡа түгел, ә туранан-тура ғаиләнең йәшәү рәүешенә бәйләнгән. Ислам диненең йолаларын, тәртибен тотоп йәшәгәндәрҙең өй эсе күркәм, нурлы. Ул өйҙә бәрәкәт бар. Шәриғәт ҡушҡанса йәшәмәгән, араҡы, көмөшкә, спирт, һыра кеүек иҫерткес эсемлек булған кешенең йортона фәрештә инмәй.
Шулай уҡ өйөндә эт аҫраған кешенең өй эсендә лә нур булмаҫ. Эт аҫралған өйҙә хатта намаҙ уҡырға ярамай.
Һәр кемгә яғымлы булығыҙ. Йөҙ – күңелдең йомшаҡ йәки ҡаты булыуын күрһәтеүсе көҙгө. Шуның өсөн ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ:
- һөйләшкәндә ситкә ҡарап һөйләмәгеҙ;
- күҙегеҙҙең сите менән ҡарамағыҙ;
- һытыҡ, ҡараңғы йөҙлө булыуҙан, мәсхәрәле ҡараш күрһәтеүҙән һаҡланығыҙ;
- әңгәмәләшкән кешегеҙ иркенләп һөйләшһен өсөн һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө булығыҙ.