Әҙәм балаһы яҡты донъяға илап тыуһа ла, йырлап йәшәгеһе килә. Тәүге көндән йылылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла. Әсә ҡуйынының йомшаҡлығын, ҡаты һүҙҙең ауырлығын сабый саҡтан тоя. Күҙҙәрен ҙур асып донъяға баға, мәрхәмәт, мөхәббәт көтә. Ата йортонда тәүге һабаҡ ала, балалар баҡсаһы, мәктәптә йәмғиәттә йәшәргә өйрәнә, үҫкән һайын тормоштоң ҡатмарлылығын, ваҡыты менән уҫаллығын күрә, ҡаршы торорға тырыша. Ниҙер эҙләй, план ҡора, уны ғәмәлгә ашырыу өсөн ал-ял белмәй донъя ҡыуа. Ә ғүмер тигәнең йылдар үткән һайын аҙымын тиҙләтә, әҙәм балаһы ла ашыға, өлгөрөргә, барыһын булдырырға тырыша: кисә генә теләгенә иреште, ә бөгөн икенсе хыял офоҡ аръяғында ҡул болғай... Яҙмыш бер яҡтан сыбыртҡылай, тормош үҙ кәртәләрен ҡора, кеше, ҡаршылыҡтарҙы үтеп, алға ынтыла. Барыһы ла дөрөҫ кеүек, ә шулай ҙа әҙәм балаһы яңылышмағанмы, ваҡытлы ҡиммәттәргә алданып, хаҡ маҡсаттан тайпылмағанмы? Аллаһ тәғәлә биргән тәғәйенлеш табылғанмы, үтәләме икән? Ғүмер уҙа, ваҡыт ҡыҫҡара... Туҡта, әҙәм балаһы, күҙ һал тирә-яғыңа, яратып баҡ барыһына, ҡәҙерлеләр ҡәҙерләнгәнме, йылы һүҙҙәр әйтелгәнме, иң мөһиме, иманыңды нығытырға һуңлама. Тыуған, тыуыр балалар хаҡын уйла һин, кеше.