ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
10 Апрель 2020, 12:50

Юғары ҡарап фекер ит, түбән ҡарап шөкөр ит.

Бөйөк кешеләрҙең ғүмер тураһында цитаталарын, афоризмдарын уҡыһаң, ихтыярһыҙҙан үҙеңдең был донъялағы тәғәйенләнешең, бурысың, булмышың, тормоштағы урының, ролең тураһында уйлана башлайһың. Һеҙ ҙә ҡолаҡ һалығыҙ әле...

Бөйөк кешеләрҙең ғүмер тураһында цитаталарын, афоризмдарын уҡыһаң, ихтыярһыҙҙан үҙеңдең был донъялағы тәғәйенләнешең, бурысың, булмышың, тормоштағы урының, ролең тураһында уйлана башлайһың. Һеҙ ҙә ҡолаҡ һалығыҙ әле...
Юғары ҡарап фекер ит, түбән ҡарап шөкөр ит.
(Башҡорт халыҡ мәҡәле).
Донъяның яйы китһә, ҡоймаҡтың майы китә.
(Башҡорт халыҡ мәҡәле).
Үпкә һәм асыуҙы йыймағыҙ - байлыҡ түгел бит ул.
(Е.Леонов).
Юғары белем - аҡыл күрһәткесе, затлы бүләк һөйөү билдәһе түгел. Иғтибар, тәжрибә һәм яҡшы ҡылыҡ - бына нимәләр ҡиммәт. (О.Блум).
Аҡыл - алғандан, күңел биргәндән байый.
(В.Гюго).
Тормош беҙҙе оятһыҙлыҡҡа, әҙәпһеҙлеккә өйрәтә. Иң мөһиме – уға өйрәнмәҫкә.
(И.Бродский).
Ҡараңғылыҡты әрләгәнсе, бәләкәй генә булһа ла шәм яҡтыртығыҙ.
(Конфуций).
Яратмағанды оҙатыу, яратҡанды ҡаршы алыу менән бер.
(Ғ. Садиҡов).
Һине бер кем дә күрмәгән һымаҡ бейе, бер кем дә ишетмәгән кеүек йырла, бер кем дә рәнйетмәгән кеүек ярат һәм ожмахта йәшәгән һымаҡ йәшә.
(Авторы билдәһеҙ).
Ике төрлө йәшәргә була. Беренсеһе – мөғжизә булмаған кеүек. Икенсеһе - эргә-тирәңдәгеләрҙең бөтәһе лә мөғжизә һымаҡ ҡабул итеп.
(А.Энштейн).
Ни эшләп һеҙ тормошто тойоу, йәшәү урынына уның тураһында уйланырға, һөйләргә яратаһығыҙ?
(Ремарк).
Күңелегеҙҙең һәр битенә “Был көн иң яҡшыһы” тип яҙып ҡуйығыҙ.
(Р.Эмерсон).
Упҡын ситендә торғанда һәм һинең артыңдан эткән ваҡытта ике генә юл бар. Уның береһе – упҡынға йығылырға, икенсеһе – ҡанаттарыңды йәйергә һәм осорға.
Бәхетле йәшәр өсөн һәр ваҡыт алға ынтылып йәшәргә кәрәк.
(Ошо).
Читайте нас: