Күрмәгәнгә күҙ бир,
Телһеҙенә һүҙ бир.
Хисһеҙенә хис бир,
Сабыр итер көс бир.
Бәхетһеҙгә – бәхет,
Дан һөйгәнгә тәхет.
Сирлеһенә – дауа –
Ҡөҙ(ө)рәтле һауа.
Ас булғанға – туҡлыҡ,
Бөтөрмәһен юҡлыҡ.
Яңғыҙҙарға парын,
Фәҡиренә барын.
Балаһыҙға бала бир,
Итәгенә һала бир.
Олоһона ҡәҙер
Булып торһон әҙер.
Көсһөҙөнә көсөн,
Күтәралһын өсөн.
Изгеһенә сауап,
Һинән булыр яуап.
Мин дә ниәт итеп,
Гонаһтарҙан китеп,
Өмөтләнеп Һинән,
Ураҙаға инәм.