Һәр мосолман өсөн мөһим булған изге Рамаҙан айы етте. Рамаҙан — рухи үҫеш һәм изге эштәр ваҡыты. Нәҡ ошо осорҙа кеше тулыһынса таҙарына, уның иман көсө нығына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл беҙҙең барыбыҙға ла ваҡытлыса үҙ-үҙеңде изоляциялау, ҡайҙалыр йөрөүҙе сикләү менән бәйле етди һынау аша үтергә лә тура киләсәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо изге айҙа беҙгә бер нәмә лә кәртә булып торорға тейеш түгел. Һәр ауырлыҡтан һуң еңеллек килеүен беҙ һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға тейешбеҙ. Тәрәүих намаҙына мәсеттәргә йыйылыу изге йолаға әүерелде, әммә әлеге карантин ваҡытында был мөмкин булмаясаҡ. Шулай ҙа ул беҙҙе тәрәүих намаҙынан азат итмәй. Уны яңғыҙ йәки үҙеңдең ғаиләң менән генә лә уҡырға мөмкин. Үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытында ошондай ысул балаларыбыҙ өсөн яҡшы өлгө, ғаиләләребеҙҙе тағы ла нығытырға сәбәп кенә булып торасаҡ. Изге айҙы иман менән үткәрергә насип булһын! Амин!
Айнур хәҙрәт БИРҒӘЛИН,
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе