Ураҙа тотоуҙың файҙаһы икһеҙ-сикһеҙ, ул тәнде лә, йәнде ла таҙарта, дауалай торған ғәмәл
- ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итер, тәндә көс артыр;
- ураҙалы кеше ҡыҙмаҫ, кеше күңелен ҡырмаҫ, һис кемде, хатта хайуандарҙы ла рәнйетмәҫ. Йылмайып ҡына торған кеше тирә-яҡтағыларға тик бәхет кенә өләшер;
- ураҙа ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр;
- ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһтары уртаҡ, шуға ла Рамаҙан айында ошо гонаһтан йыраҡ торолор. Ураҙаң ҡабул булһын өсөн игелекле булырға, кешене ҡыйырһытмаҫлыҡ һүҙҙәр генә һөйләп йөрөргә кәрәк.
Ураҙаны аҡылы теүәл, тәне һау-сәләмәт булған бөтә мосолмандар ҙа тоторға тейеш.