ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
24 Май 2020, 05:42

Иман байлығы яҡты киләсәккә юл аса

Ураҙа байрамы менән, хөрмәтле яҡташтар! Быйыл һәр кем ғаиләһе менән үҙ йортонда үткәрһә лә, изге уй-ниәт берләштерә, бар уҡылған доғалар бер нур булып донъяны яҡтырта.

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!
Изге Рамаҙан айы тамамланды. Бер яҡтан рухи таҙарыныу, күңелдәрҙе паклау мөмкинлеге, йәғни Аллаһ тәғәләнең бүләге булһа, икенсенән иман ныҡлығына, ихтыяр көсөнә һынау ҙа был ай.
Ошо яҡты уй-ниәттәр, ынтылыштар, мәрхәмәтлелек һәм изгелектәр күңелдәрҙә ғүмерлеккә һаҡланһын, киләсәккә тоғро юлдаш булһын ине. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең ураҙаларыбыҙҙы һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылып, рәхмәтен насип итһен!
Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, хәйерле ғүмер теләйем, изге башланғыстарҙа, иманлы эштәрҙә уңыштар юлдаш булһын.
Читайте нас: