Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Июнь 2020, 22:05
Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө үтте
Быйыл беренсе тапҡыр республикала Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө үткәрелде.
Быйыл беренсе тапҡыр республикала Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө үткәрелде.
Тәүҙә уны 2 майҙа уҙғарырға тәҡдим ителгәйне. Аҙаҡ коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн сара 6 июнгә күсерелде. Маҡсаты - мәрхүмдәрҙе, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби бәрелештәр,тыл ветерандарын иҫкә алыу, оло быуын вәкилдәренең ҡәберҙәрен, обелиск, һәйкәл һәм төрлө мемориалдарҙы тәртипкә килтереү.
Көнэлгәре район-ҡала зыяраттарында өмәләр ойошторолдо. Уның барышында кәртәләр буялды, сүп-сар йыйылды, ҡыуаҡтар ҡырҡылды, үлән сабылды. Ирекмәндәр ҙә ҡушылды, улар Бөйөк Ватан һуғышында һәм локаль хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың ҡәберен тәртипкә килтерҙе, зыярат алдында битлектәр таратты. Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө бөтә дин вәкилдәрен дә берләштерҙе. Райондың имам-мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Рафиҡов билдәләүенсә, был сара тәрбиәүи йәһәттән дә, экология күҙлегенән дә бик мөһим.
Ҡәберлектәргә барып етер өсөн «Башавтотранс» ойошмаһы автобус рейстары бүлде. Улар “Ағиҙел” ҡунаҡханаһынан иртәндән киске 5-кә тиклем “Ағиҙел” 30 минут һайын йөрөнө. Ғөмүмән, мәрхүм булған яҡындарын иҫкә алырға килгәндәр өсөн шарттар булдырылғайны: сүп-сар өсөн контейнерҙар, һыулы һыйым урынлаштырылғайны.
Шулай итеп, пандемияға бәйле ябылған зыяраттарҙан сикләүҙәр алынды. Бынан ары яҡындарын иҫкә алырға теләүселәр ҡәберлеккә килә ала.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит