“Аллаһы Тәғәлә беҙҙе төрлө яҡтан һынай. Сovid-19 киҙеүе лә илебеҙҙән йәһәт кенә китергә уйламай. Яңылыҡтарҙа Башҡортостаныбыҙҙа алты меңдән ашыу кеше түшәктә ауырып ятҡаны хәбәр ителә.
Бәҡара сүрәһенең 195-се аятында беҙгә әйтелә: "Үҙегеҙҙе үҙ ҡулдарығыҙ менән һәләкәткә дусар итмәгеҙ!” Йәғни, “үлемгә ташланмағыҙ” тип иҫкәртә. Ошо аятҡа таянып, Мәләүез ҡала мәсетендә Ҡорбан ғәйетен үткәрмәҫкә ҡарар ителде, сөнки был киҙеү күп йыйылған кеше араһында бик тиҙ тарала һәм, үлемесле сир йоғоп, сырхау ихтималлығы көслө. Аллаһы Тәғәлә кешегә ауырлыҡ теләмәй.
Ғаилә менән генә байрам итегеҙ! Һеҙҙең сәләмәт булыуығыҙ хәйерлерәк. Киләсәк йылдарҙа йыйылышып, байрамдарҙы бергә үткәрербеҙ, Аллаһ бирһә! Иң мөһиме - иҫән булайыҡ!"