ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Июль 2020, 12:18

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын

Әссәләмү ғәләйкум үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ! Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем! Аҡһаҡалдарыбыҙ! Ағинәйҙәр! Йәштәр! Һәммәгеҙҙе лә Ҡорбан байрамы менән ҡайнар ҡотлайым! Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын, һәр йортҡа шатлыҡ, именлек һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен алып килһен!

Әссәләмү ғәләйкум үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ!
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем!
Аҡһаҡалдарыбыҙ! Ағинәйҙәр! Йәштәр!
Һәммәгеҙҙе лә Ҡорбан байрамы менән ҡайнар ҡотлайым!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын, һәр йортҡа шатлыҡ, именлек һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен алып килһен!
Коронавирус таралыу сәбәпле, Мәләүез ҡала мәсетендә Ҡорбан ғәйетен үткәрмәҫкә ҡарар ителде. Ғаилә менән генә байрам итегеҙ! Һеҙҙең сәләмәт булыуығыҙ хәйерлерәк.
Ғәйет вәғәзен тыңларға теләгәндәргә 31 июлдә иртәнге 9-ҙа rafikov700 Инстаграм селтәрендә онлайн тәртиптә үткәреләсәк.
Ҡорбан байрамы - өс көн. 31 июль, 1-2 августа ҡорбан салырға була.
Телефон аша ҡорбанға һарыҡ салыуға заказ бирергә мөмкин. (Салауат хәҙрәт – 7-9276388853). Һеҙҙең исемегеҙҙән салынып, эшкәртелеп, өйөгөҙгә килтереп биреләсәк йәки мәсет аша мохтаждарға таратырға була.
Байрам йәки башҡа көндәрҙә саҙаҡа һалырға ниәтләгәндәр өсөн мәсет ишеге асыҡ, ләкин битлек кейеү һәм тейешле араны күҙәтеүегеҙ һорала.
Аллаһы Тәғәлә беҙҙең илебеҙгә именлек, ил етәкселәренә тәүфиҡ, ауырығандарға һаулыҡ бирһен! Һәммәбеҙҙе ике донъяла ла бәхетле, сәғәҙәтле ҡылһын! Йорттарыбыҙға йәм-ҡот, йөрәктәребеҙгә тыныслыҡ-ҡәнәғәтлек һалһын! Йәннәтле булайыҡ!
Айнур Рафиҡов, ҡала мәсете имам-мөхтәсибе.
Читайте нас: