Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Сентябрь 2020, 12:25

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел

Йән тыныслығы өсөн

Дин нигеҙҙәрен өйрәнеү ни өсөн кәрәк, быны үҙ аллы эшләп буламы, бәлки, башҡа сығанаҡтарҙан яуап табырғалыр тигән һорауҙар борсой күптәрҙе. Мәғлүмәт бик күп, тик уның хаталы булыуы ихтимал. Аллаһы тәғәләгә мөрәжәғәт итеү, изге Ҡөрьән китабын ихлас өйрәнгәндә генә төплө белем алыу мөмкин.
Асыҡ ишектәр көнө
3 октябрҙә иртәнге 10-да мәсет биләмәһендәге мәҙрәсәлә ислам һәм ғәрәп теле нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле “Асыҡ ишектәр” көнө уҙғарыла. Төрлө йәштәге ир-егет, ҡатын-ҡыҙ саҡырыла, милләт буйынса сикләүҙәр юҡ. Уҡыу 3 йыл дауам итә.
Илсен Иркәбаев, 12 йәш:
- Миңә Раян хәҙрәт Исхаҡовтың дәрестәре оҡшай. Күп сүрәләр ятланым, барыһын да уҡырға саҡырам.
Эльвира Ғәлиева, врач-стоматолог:
- Мәҙрәсәлә уҡығанда Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) сүрәләрен өйрәндем. Намаҙ уҡыр өсөн бик фәһемле белем алдым. Аяттарҙы аңлап уҡыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мөғәллимәбеҙ Ләйсән Сатучинаны тыңлаған һайын тыңлағы килә, уның дәрестәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Читайте нас: