ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Октябрь 2020, 11:00

Игелекле булыу йөҙҙө генә яҡтыртмай...

Ун ике йәшлек күрше ҡыҙы менән изгелек, миһырбанлыҡ, ярҙамсыллыҡ тураһында һөйләшәбеҙ.“Кешегә бер генә тапҡыр ярҙам итергә кәрәк. Икенсегә булышһаң, артабан ул һин уға һәр ваҡыт эшләшергә тейеш, тип уйлай һәм һинең менән файҙалана башлай. Ярҙам итә алмаһаң, һине насар күрә, дөрөҫөрәге һиңә ҡарата унда күрә алмаусанлыҡ, хатта дошманлыҡ тойғоһо уяна. “Ит изгелек, көт яуызлыҡ” тигән әйтем дә шунан килеп сыҡҡандыр”, - ти ул.

Ун ике йәшлек күрше ҡыҙы менән изгелек, миһырбанлыҡ, ярҙамсыллыҡ тураһында һөйләшәбеҙ.
“Кешегә бер генә тапҡыр ярҙам итергә кәрәк. Икенсегә булышһаң, артабан ул һин уға һәр ваҡыт эшләшергә тейеш, тип уйлай һәм һинең менән файҙалана башлай. Ярҙам итә алмаһаң, һине насар күрә, дөрөҫөрәге һиңә ҡарата унда күрә алмаусанлыҡ, хатта дошманлыҡ тойғоһо уяна. “Ит изгелек, көт яуызлыҡ” тигән әйтем дә шунан килеп сыҡҡандыр”, - ти ул.
Яҡшылыҡ һәм насарлыҡ, миһырбанлыҡ һәм ҡанһыҙлыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ, йомартлыҡ һәм һаранлыҡ төшөнсәләрен тулыһынса аңлаған йәштәге ҡыҙ үҙ фекерен миҫал менән дәлилләп тә ҡуйҙы: ”Уҡыу йылы башланғас та бер класташыма, өйгә бирелгән эште үтәй алманым, күсерергә биреп тор әле, тип үтенгәс, дәфтәремде биргәйнем, һуңынан көн аралаш, аҙаҡ көн һайын һорай башланы. Һөмһөҙ һабаҡташым бер көндө тамам ялҡытҡас, дәфтәремде бирмәнем. Оҙаҡ та үтмәй, башҡа ҡыҙҙарҙы миңә ҡаршы ҡуйырға маташты. Шул арҡала күңелһеҙ хәлдәргә лә тарығаным булды.”
Өйгә эште күсерергә биреү генә изгелек тип әйтеп булмай бит, тип аңлатырға уйлағайным, үҫмерлек максимализмы кисергән, йәғни реаль ысынбарлыҡ менән аҡланмаҫлыҡ ғәйәт ҙур талап ҡуйған йәштәге был ҡыҙ менән килешмәһәм дә, ҡаршы ла килмәнем. Шулай ҙа һәр ваҡыт эргә-тирәңдәгеләргә генә түгел, таныш булмағандарға ла игелекле, ярҙамсыл булырға, шәфҡәтлек, мәрхәмәтлек күрһәтергә кәрәклеген аңлатырға тырыштым. Изге күңелле булыу кешенең йөҙөн генә түгел, тормошон юлын да яҡтыртып тороуын төшөндөрҙөм.
Ысынлап та, ярҙамсыл, изгелекле кеше әллә ҡайҙан яҡтырып, күренеп тора бит ул. Иғтибар итһәгеҙ, таныш түгел ҡалала йәки урамда ҡалһағыҙ, тейешле йортто, урамды һорарға уйлаһағыҙ, иң беренсе һорай торған кешегеҙҙең йөҙөнә ҡарайһығыҙ: ярҙам итерҙәй кешеме, әллә юҡмы? Йылы ҡарашлы, яҡты йөҙлө булһа, уйламай ҙа үҙ йомошоғоҙҙо әйтәһегеҙ. Ҡараңғы сырайлы, уҫал йөҙлө булһа, унан ярҙам ала алмаҫығыҙҙы шунда уҡ аңлайһығыҙ.
Байтаҡ йылдар инде үҙәк телевидениеның 1-се каналындағы тапшырыуҙарҙың береһендә Рәсәйҙең халыҡ артисы Лев Лещенко изгелек һүҙенә бик матур аңлатма биргәйне. “ Һуңғы осорҙа изге эш ҡылыуҙы ниңәлер батырлыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа тиңләй башланылар, минеңсә, ул - бары тик кешенең күңел торошо, рухи талабы булырға тейеш,”- тине.
Тапшырыуҙа артистың бынан бер нисә йыл элек янғында үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ауылдаштарына баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтеп, берҙән-бер килем сығанағы булған тракторынан яҙған егет тураһында үҙәк гәзиттәрҙең береһенән уҡып белеп, уның ҡаһарман йөрәкле, мәрхәмәтле булғаны, эскерһеҙ ярҙам иткәне өсөн, уға рәхмәт йөҙөнән трактор бүләк итеүе хаҡында һөйләнеләр. Иң ҡыҙығы шунда: билдәле йырсының был ҡылығы хаҡында хатта иң яҡын дуҫтары ла белмәгән булып сыҡты.
Изге эште йәшерен, дөрөҫөрәге бер кем дә белмәгәндә ҡылығыҙ һәм уны башҡаларға белдереүҙән, күрһәтеүҙән, һөйләүҙән оялығыҙ, тигән бер аҡыл эйәһе. Юғиһә, беҙ йыш ҡына күпме игелек ҡылдым, бер рәхмәт һүҙе ишетмәнем, тип эшләгән, ҡылған ҡылыҡтарыбыҙҙы һанарға ла тартынмайбыҙ. Ғөмүмән, ҡылған миһырбанлығың өсөн рәхмәт йәки бүләк көткән кешене игелекле, киң күңелле тип әйтеп булмай, минеңсә. Изге ғәмәл ҡылыу күңел талабы, эске халәтең булырға тейеш ул. Эскерһеҙ ярҙам иткәндә генә кеше, ысын мәғәнәһендә, ҡәнәғәтлек кисерә.
Бөгөнгө тиҙ үҙгәреүсән, ығы-зығылы, ҡатмарлы, мәшәҡәтле заманда йыш ҡына үҙең дә белмәҫтән башҡа кешеләр проблемаһына битараф ҡалаһың, ярҙам һораған ҡулдарҙы күрмәй үтәһең. Ауыр ваҡытта изге күңелле булып ҡалыу ҡыйын, әлбиттә, әммә ана шул һинең өсөн иң ҡатмарлы мәл булып тойолған хәлдә лә игелек ҡылырға һәләтлеһең икән, тимәк, һин оло йәрәкле, мәрхәмәтле кешеһең.
Читайте нас: