ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Ғинуар 2021, 20:07

100 йыл ғүмер - күпме тәжрибә

Ябай булмаған оҙон ғүмер кисергән йөҙйәшәр инәй - Әбдрәшитова Мәрғүбә Әбхалиҡ ҡыҙы - оҙон ғүмер йәшәү серен асты.Һылтанма буйынса инеп уҡығыҙ.

Ябай булмаған 102 йыл ғүмер йәшәгән йөҙйәшәр инәй - Әбдрәшитова Мәрғүбә Әбхалиҡ ҡыҙы - оҙон бәхетле ғүмер серен асты: “Бәхет сере ябай ул: Хоҙай бәндәһенә көсө етмәҫтәй ауырлыҡ, һынау бирмәй, бирешмәҫкә, көрәшергә кәрәк, тик төшөнкөлөккә генә бирелмәгеҙ. Яҙмышыңа риза бул, ҡабул ит, ҡулыңдан килгәнен үҙгәртеү өсөн ниҙер эшлә инде булмаһа… Хәрәкәттә - бәрәкәт, тим мин. Шул тиклем матур, мул тормош килде хәҙер, зарланырға урын юҡ. Хәҙерге йәштәргә дәртләнеп донъя көтөргә, балалар күберәк үҫтерергә кәрәк, юҡ сүп эҙләп, тормош йәмен ебәрмәгеҙ. Кеше ауыр һүҙ әйтһә, йөрәгегеҙгә яҡын алмағыҙ, һүҙ йөрөтмәгеҙ, тормошто яратығыҙ. Яҡындарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ, балаларығыҙға матур тәрбиә биреп, уларҙы яҡшыға өйрәтегеҙ. Был донъяла барыһы ла бәхетле була белһен ине”.
Эйе, хәҙерге заман кешеһенә бәхетле була белеү һәләтен үҫтерергә, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерергә өйрәнергә, барына риза булып, изгелеккә, миһырбанлыҡҡа, башҡаларҙы ҡабул итергә, тәбиғилеккә ҡайтырға кәрәктер.
Читайте нас: