ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Ғинуар 2021, 18:41

19 ғинуар - Керәшен байрамы

Бөгөн төндә районда махсус уйылған һигеҙ мәкелә сумып сафланырға була. Унда ҡотҡарыу хеҙмәте дежур итә. Һыу инер алдынан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ.

Православ христиандар Иисус Христостың (Ғайса пәйғәмбәрҙең) суҡындырылыуын, йәғни Керәшен байрамын билдәләй. 19 ғинуар төнөндә махсус уйылған мәкеләргә сумып сафлана, ул өс көн дауам итә. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо көндәрҙә барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге һанала.
Сиркәү ҡанундары буйынса Керәшен төнөндә һыуға сумыу мотлаҡ түгел. Руханиҙар ғына түгел, ә табиптар ҙа был мәлдә мөмкин тиклем һаҡ булырға саҡыра. Һыу инеү йөрәк –ҡан тамырҙары сирҙәре, нерв системаһы ауырыуҙары менән яфаланыусыларға ҡәтғи тыйыла. Керәшен байрамы уңайынан байрам литургиялары, дини йолаларҙы үтәү алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Тик байрам осоро менән православ христиан дине вәкилдәре ғәҙәти тормош билдәләре – кешелеклек, бер-береңә ихтирам һәм иғтибар тураһында онотмаҫҡа саҡыра. Иисус Христостың үткән яфалары ла тап кешелекте кешелекле итеүгә бағышланған.
Башҡортостанда 74 һыу инеү урыны әҙерләнгән. Беҙҙең районда һигеҙ нөктә билдәләнгән, унда ҡотҡарыу хеҙмәте дежурлығы ойошторолған. Һыу инер алдынан һаулыҡ торошон, шулай уҡ хәүефһеҙлек сараларын инҡар итергә ярамай.
Фото архивтан.
Читайте нас: