Йәмғиәттең төп бурысы - ил киләсәген тәьмин итерҙәй лайыҡлы граждандар тәрбиәләү. Был тарафта дин әһелдәренең дә роле ҙур. Мәләүез эске эштәр бүлегенең йәмәғәт советы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны, йәштәрҙә юғары әхлаҡи сифаттар, илһөйәрлек, рух ныҡлығы, тоғролоҡ тәрбиәләүгә шәхсән өлөш индергәне өсөн ҡала мәсете имам-хатибы Рәфис хәҙрәт Сафинға Маҡтау грамотаһы тапшырылды.