Конгэк
-5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Февраль 2021, 02:24

Миллион һумдан ашыу аҡса тапһаң, ни эшләр инең?

Магнит ҡалаһында Мила Любимова гипермаркет янында миллион һум аҡса табып ала. Ҙур табышты нимә эшләткәнен һылтанма буйынса инеп уҡығыҙ.

Аҡса хакимлыҡ иткән заманда арабыҙҙа намыҫлы кешеләр булыуы киләсәккә өмөт уята. Мила Любимова ҡуҙғалып киткән машинаны күреп ҡала, көшөлөк тышында исем-шәрифе лә яҙылған була һәм ул аҡса хужаларын табырға ҡарар итә. "Ни өсөндөр был аҡсалар кемгәлер операция өсөн тәғәйенләнгән кеүек тойолдо", - ти изге күңелле ҡатын. Аҙаҡ өйөнә ҡайтып, ул ҡаланың иң популяр сайтына үҙенең табышы хаҡында хәбәр итә, телефон номерын да яҙа, әммә көшөлөк менән ундағы аҡсаның күпме икәнлеген күрһәтмәй. "Ҙур табыш" артынан һунар итеүселәр ҙә табыла. Кискә табан ҡатынға Сибай ҡалаһынан ирле-ҡатынлы оло йәштәгеләр шылтырата. Асыҡланыуынса, улар Магнитогорск ҡалаһындағы фатирҙарын һатып, аҡса алған булған. Ирҙең белдереүенсә, ул аҡсалы портмонеһын куртка кеҫәһенә һалған һәм машинаға ултырғанда төшөрөп ҡалдырған. Аҡсаның юҡлығын ҡайтҡас ҡына белгәндәр. Көшөлөктөң ниндәй булыуын, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын, аҡсаның күләмен дөрөҫ әйткәндән һуң ғына ҡатын уларға аҡсаларын ҡайтарған.
Читайте нас: