Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Май 2021, 10:41

Ҡәҙер кисе ҡасан?

Һорауға Мәләүез ҡалаһы имам-хатибы Рәфис хәҙрәт Сафин яуап бирә. - Ҡәҙер кисе яҡынса 27 рамаҙан ингән кис тип әйтелһә лә...

8 май Ҡәҙер кисеме? Һорауға Мәләүез ҡалаһы имам -хатибы Рәфис хәҙрәт Сафин яуап бирә.
- Ҡәҙер кисе яҡынса 27 рамаҙан ингән кис тип әйтелһә лә, ул билдәле түгел. Мәғлүм булыуынса, был тәҡдир билдәләнгән кисте изге айҙың һуңғы 10 көнөндә таҡ һанлыларында эҙләргә кәрәк. Мөхәммәт (с.ғ.с) пәйғәмбәребеҙ: "Ҡәҙер кисен белмәһәгеҙ, һеҙгә файҙалыраҡ булыр. Ҡайһы бер тәҡүәле мосолмандар Рамаҙанда, ғибәҙәттә булырҙар һәм Аллаһының рәхмәтенә ирешерҙәр. Ә бәғзеләрегеҙ Ҡәҙер кисендә генә ураҙа тоторға, кисен ғибәҙәт ҡылырға теләһә, Аллаһы Тәғәләнең бәрәкәтенән мәхрүм булырҙар”, — тигән. Аллаһ Тәғәләнең бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәте менән Ҡөрьән Кәрим Ҡөҙрәт төнөндә индерелә башлай һәм 23 йыл дауамында тамам булды. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтә: «Ләйләтүл Ҡадри хайрум-мин әлфи шәһрин”, — тип (97-се сүрә 3-се аят). Йәғни: ”Ҡөҙрәт төнө мең айҙан да изгерәк (хәйерлерәк)”, — тип. Бер Ҡәҙер кисе мең айға торошло. Кем Ҡәҙер кисендә ихлас күңелдән, Аллаһҡа ышанып тәүбәләр ҡылһа, ул кешенең бөтә гонаһтары ла ғәфү ителер, юйылыр. Әммә Ябраил фәрештә белдергәнсә, барыһыныҡы ла түгел: ”Аллаһы Тәғәлә барса мосолмандарҙың да гонаһтарын ғәфү итте, ләкин дүрт төрлө кешеләргә ярлыҡау юҡ: 1 - эскеселәргә; 2 - ата-әсәләренә итәғәт итмәүселәргә; 3 - туғанлыҡ ептәрен өҙөүселәргә; 4 - үҙенең мосолман ҡәрҙәше менән 3 көндән артыҡ һөйләшмәй йөрөүсегә. Ҡәҙер кисендә иң яҡшы доға тип Пәйғәмбәребеҙ түбәндәге кәлимәне атай: ”Аллаһуммә иннәкә ғәфү-үн, түхиббүлғәфүә, фәғфү ғәннии“. Йәғни: ”Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине.”
Аллаһы Субхәәнә үә Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, тәсбих-зикерҙәребеҙҙе, төнгө ғибәҙәттәребеҙҙе, тәүбәләребеҙҙе ҡабул итеп, ил-йорттарыбыҙға тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ, ғәиләләребеҙгә мөхәббәт, балаларыбыҙға тәүфиҡ, динебеҙгә ҡеүәт һәм ураҙа айында алған күркәм тәрбиәне, сабырлыҡты ғүмеребеҙ буйына дауам иттерергә насип итһен. Амин!
Читайте нас: