Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Июль 2021, 23:23

19 июль - Ғәрәфә көнө

Зөлхизә айының беренсе ун көнөнә эшләнгән изге эштәрҙән дә Аллаһ алдында һөйкөмлө эш юҡтыр, — тигән Мөхәммәд гәләйһиссәләм. - Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотҡан кешенең үткән йылдағы гонаһтары ғәфү ителер”.

19 июль - Ғәрәфә көнө
19 июль - Ғәрәфә көнө

 Ғәрәфә көнө - Хаждың тажы, 12-се айҙың (зөлхизә) 9-сы көнөндә була. Рамаҙан айы тамамланғандан яҡынса 70 көн үткәс билдәләнә . Был көндә хаж ҡылыусылар Мәккәнән 20 саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Ғәрәфә тауына бара һәм уның итәгендә ғибәҙәт ҡыла.Башҡорттарҙа был көн Әрәпә тип тә атала. Ғәрәфә көнө төнөндә намаҙын уҡып, көнө ураҙала үткәргән кешегә Аллаһы Тәғәлә дәрәжәһен бирер һәм хажиҙар сауабын насип итер. Быға фәрештәләр шаһит булыр һәм ул кешегә доға ҡылып торорҙар.      Пәйғәмбәребеҙ: “Зөлхизә айының беренсе ун көнөнә эшләнгән изге эштәрҙән дә Аллаһ алдында һөйкөмлө эш юҡтыр” — тигән. Был көндәрҙә Мөхәммәд гәләйһиссәләм ураҙаны күберәк тотҡан һәм хәҙистәрендә: “Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотҡан кешенең үткән йылдағы гонаһтары ғәфү ителер. Ғәрәфә көнө – Аллаһ Тәғәлә күп кешеләрҙе уттан ҡотҡарған көн”, - тигән.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: