Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Декабрь 2021, 14:30

Имам - тәрбиәсе ул

Ошо көндәрҙә Томансы ауылындағы “Фатима” мәсетенең 19 йыл дауамында алмаштырғыһыҙ имам-хатибы, районыбыҙҙа дин юлында изге ғәмәлдәр башҡарыусылар араһында иң өлкәне, тирә-яҡта хөрмәт ҡаҙанған дин әһеле Рәшит хәҙрәт Ильясов күркәм байрамын билдәләне.

Имам - тәрбиәсе ул
Имам - тәрбиәсе ул

 

Ошо көндәрҙә Томансы ауылындағы “Фатима” мәсетенең 19 йыл дауамында алмаштырғыһыҙ имам-хатибы, районыбыҙҙа дин юлында изге ғәмәлдәр башҡарыусылар араһында иң өлкәне, тирә-яҡта хөрмәт ҡаҙанған дин әһеле Рәшит хәҙрәт Ильясов күркәм байрамын билдәләне.

Бөйөк Ватан һуғышы заманында бала ғына булып ҡалған, бөгөн беҙҙе һөйөндөрөп йәшәгән инәй-бабайҙарыбыҙ бар әле. Шуларҙың береһе Рәшит хәҙрәт хәләл ефете Сәриә Шәрифйән ҡыҙы менән бик бәхетле ҡартлыҡ кисерә,  балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уларҙың тормошон йәмләй. “Совет власының динде инҡар итеп, иман йорттарын бөтөргән заманда үҫһәк тә, әсәйем Заһира Сәфәр ҡыҙы, Миңһылыу өләсәйем доға уҡый торғайны. Кескәй саҡтан өйрәнеп ҡалмағаныма үкенәм. Доға уҡымаһам да, шул ваҡыттан алып Аллаһы Тәғәләгә ышанысым көслө ине”, - ти ул. Башланғыс белемде  - Томансы, аҙаҡ  10-сы класты Аптраҡ, Йомағужа  мәктәбендә ала. Һалдатҡа алынғанға  тиклем колхозда һарыҡ та көтә, ферма мөдире булып та эшләй. 1955 йылда әрме хеҙмәтенә Мәскәү янындағы часкә саҡырыла, химинструктор, рота командиры булараҡ Грузия, Абхазияла Ватан Мәҡсүтов ҡарары буйынса 1816 йылда һалынған.   1955 йылда емерелде. Манараһын ҡолатып төшөргәс, һарыҡ-кәзәләр тулып тора торғайны. Аҙаҡтан клубҡа, унан һуңғараҡ биргада йортона әйләндерелде. 2001 йылда арҙаҡлы яҡташыбыҙ, медицина фәндәре докторы,  Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры Венер Сәхәүетдинов әсәһе хөрмәтенә “Фатима” мәсетен һалдыҙы, унда Апас ауылынан Хантимер Йәмилов имам-хатиб вазифаһын атҡарҙы. Алтмыш йәшемде үткәс, уға ҡушылып мин дә биш ҡат намаҙ уҡый башланым”, - ти аҡһаҡал.  1985 йылда Мәләүездә йәшәгән Ғирфан Ибраһимов менән Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә дини белем алып сыға. Әлеге көндә йома намаҙын, Ҡорбан алдындағы бурысын үтәй. Биш йыл дауамында һалдат ҡайышы быуырға тура килә йәш егеткә.

Балалар йортонда тәрбиәләнгән, аҙаҡ Салауат ҡалаһында ФЗО-ла штукатур-малярға уҡып сыҡҡан, сығышы менән Дүртөйлө районы һылыуы Сәриәгә күҙе төшә. Йәштәр бынамын тип донъя көтә башлай, бер-бер артлы Рима, Зөлфирә, Зәйтүнә ҡыҙҙары, Венер, Әлфир, Зариф улдары донъяға килә. Пермь ауыл хужалығы институтында бухгалтер һөнәренә ситтән тороп белем ала ғаилә башлығы. Богородский ауылында, Көйөргәҙе районында совхозда бухгалтер булып эшләй.

“Ауылда беренсе мәсет ахун Вәлит, Ураҙа ғәйете  байрамдарын ойоштора Рәшит хәҙрәт. Исем ҡушыу, никах, йыназа йолаларын уҙғара. Әйткәндәй, ҡышҡы айҙарҙа мәсет бинаһын йылытыу, тәртиптә тотоу  ана шул хәйер-саҙаҡа иҫәбенә хәстәрләнә.  Йәй айҙарында иман йортонда тәртипкә килтереү, манараһынан стеналарына тиклем аҡланған, буялған. “Дини халыҡ әҙәпле була, ололарҙы хөрмәт итә, үткәндәргә тәүбәгә килеп, Аллаһы тәғәләгә буйһоноп йәшәй. Сөнки ул - тәүбә ҡабул итеүсе. Һәр мосолман Аллаһы Тәғәләгә, уның фәрештәләренә, пәйғәмбәрҙәренә, ҡиәмәт көнөнә, тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Раббыбыҙҙан булғанына ышанырға тейеш”, - ти ул. Тормош юлында ауырлыҡтарҙы күп күрһә лә, аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә ышанып йәшәй, ауылдаштарына иман нуры тарата, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәй районыбыҙҙың иң өлкән дин әһеле.

 

Имам - тәрбиәсе ул
Имам - тәрбиәсе ул
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: