Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Ғинуар 2022, 14:09

Тәҡдир

Аллаһу Тәғәлә һәр кешенең ниндәй юл менән барырын алдан белгәс, нигә һуң гонаһтарыбыҙ өсөн яуапҡа тарттыра, тигән һорау тыуа.

Аллаһу Тәғәлә һәр кешенең ниндәй юл менән барырын алдан белгәс, нигә һуң гонаһтарыбыҙ өсөн яуапҡа тарттыра, тигән һорау тыуа. Кемдер, Алаһу Тәғәлә әгәр мине тамуҡҡа билдәләгән икән, мин ни эшләп тырышып, уның ҡушҡандарын үтәргә тейеш, тигән хәбәрҙе һөйләй. Ә ҡайһылары ожмахҡа эләкһәм тип, үҙенсә йәшәй бирә.

Әлбиттә, бындай һорауҙар уйландыра. Эйе, Аллаһу Тәғәлә үҙенең белеме менән барыбыҙҙың да яҙмышын алдан билдәләгән. Әммә, беренсенән, ул беҙгә - ваҡыт, икенсенән, мөмкинлек бирә.

Юҡҡамы ни изге китапта “Бәндәне хайуан менән бер рәттән яралттым, әммә әҙәмгә аҡыл бирҙем”, тиелә. Был һүҙҙәр насар менән яҡшыны айырыу өсөн яҙылған тип аңларға кәрәктер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡөрьәндә яҙылғандарҙы үҙҙәренең ыңғайына үҙгәртеп һөйләп йөрөүселәр ҙә аҙ түгел.

Аллаһ кемде эйәртә, шул хаҡ юлдан бара. Ә кемде яҙлыҡтыра, шул зыян күрә, тиелә 7-се сүрәнең 178-се аятында. Әгәр берәйһе Аллаһ ҡушҡан тура юлдан барһа, уның рәхмәтендә булыр, башҡарған эшенең бәрәкәтен табыр. Ә инде кем яҙыҡ, насар юлдан бара, һис шикһеҙ, зыянын да күрер. Фани донъя менән хушлашҡас, кире ҡайтып, изге ғәмәлдәр башҡарырға теләһә лә, инде юл ябыҡ булыр. Шуға күрә бер-береңдең ҡәҙерен белеп, Аллаһ ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылыу кәрәктер.

Юғары Көс берәүгә лә тамуҡты ла, ожмахты ла алдан билдәләмәй. Һәр кеше үҙ юлын үҙе һайлай. Үрҙә әйтеп кителгәнсә, ваҡыт һәм мөмкинлек бирә. Әгәр ул ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн шунда уҡ яуапҡа тарттыра башлаһа, Ер йөҙөндә бер тереклек тә ҡалмаҫ ине. Бәндәгә тәүбәгә килер өсөн күпмелер ваҡыт бирелгән икән, йәшәйешенең һуңғы тын алышына тиклем Аллаһу Тәғәләнән ғәфү һорап, өмөттө өҙмәй, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылырға, лайыҡлы йәшәргә тырышырғалыр. Тамуҡ утынан алыҫыраҡ тороу хәйерле.

Шайтан ғына өмөтһөҙ була, тиҙәр. “Раббың теләһә, Ер йөҙөндәге тотош халыҡ иман килтерер ине. Кешене көсләп мөьмин итә алаһыңмы ни?” (10-сы сүрә, 99-сы аят).

Аңларға кәрәк: Аллаһу Тәғәлә берәүҙе йәшәү рәүешен һайлауҙан тыймаған, киреһенсә, аҡыл биргән. Ергә Пәйғәмбәрҙәр, изге китаптар ебәргән. “Аллаһ үҙе билдәләгән, шуға ошондай тормошта йәшәйем”, - тип Раббыға һылтанырға тейеш түгелбеҙ. Уның нимә билдәләгәнен беребеҙ ҙә белә алмайбыҙ. Һәр  кемдең гонаһ ҡылыр алдынан уны эшләмәҫкә мөмкинлеге бар. Әхирәткә ышанған мосолман уңышҡа ла, ауырлыҡҡа ла аңлы ҡарашта булырға тейеш. Барыһы ла Аллаһу Тәғәләнән. Бер нәмә лә тиккә түгел. Иман ғына әҙәм балаһын тыныслыҡҡа алып килә, ә бының өсөн ихлас, тоғро, хәләл тормош алып барырға кәрәк. Әҙерҙе көтөп ултырып, бәхетле тормошҡа өлгәшеп булмай.

Рәфис САФИН,

ҡаланың 2666-сы мәхәлләһе имам-хатибы.

Тәҡдир
Тәҡдир
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: