Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Сентябрь 2022, 20:30

Нәфел намаҙҙары

Беҙ барыбыҙ ҙа был донъяға һынау өсөн генә тыуғанбыҙ, тыуыу менән үлемгә, әхирәткә, табан юл алабыҙ. Яуап көнөндә бөтәбеҙҙе лә оло имтихан көтә, шуға ла уға был донъяла уҡ ныҡлап әҙерләнергә кәрәк. Тамуҡҡа эләкмәйек тиһәк, сауаптарыбыҙ, изгелектәребеҙ, башҡа яҡшы ғәмәлдәребеҙ мул булырға тейеш. Сауаптарҙы төрлө юлдар, эштәр менән арттырырға була.

Нәфел намаҙҙары
Нәфел намаҙҙары

Динебеҙ ҡушыуы буйынса, беҙгә, мосолмандарға, көнөнә биш тапҡыр фарыз намаҙҙары уҡырға бойоролған. Уларҙан тыш, өҫтәлмә нәфел намаҙҙары ла бар. Беҙ уларҙы уҡымаһаҡ – гонаһ булмай, ә уҡыһаҡ, күп сауаптар яҙыласаҡ. Кеше, нәфел намаҙҙарын уҡып, Аллаһҡа яҡыная, уның гонаһтары ғәфү ителә, ике донъяла ла рухи дәрәжәләре юғары була.

Нәфел намаҙҙарынан иң мөһиме, ихтирамлыларының береһе – тәһәджүд намаҙы, уны төнгө намаҙ ҙа тибеҙ. Тәһәджүдте пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһис-сәләм көн дә уҡыған, ауырыған саҡтарында ла һис ҡалдырмаған. Ул әйткән: «Биш фарыз намаҙынан һуң иң яҡшыһы булып төнгө намаҙ тора. Кем тейешле кимәлдә төнгө намаҙын ҡыла, Аллаһ Тәғәлә уға туғыҙ төрлө ниғмәт бирер, бишеһе – был донъяла, дүртәүһе – әхирәттә», – тигән.

Был донъялағы биш ниғмәткә түбәндәгеләрҙе индергән: Аллаһ уны бәләләрҙән һаҡлар; мосолмандар уға яратып ҡарар (йәғни, кешеләрҙең мөхәббәтен); теленә һәм күңеленә аҡыл-хикмәт керетер; аңлау һәм Аллаһ алдында түбәнселек менән бойһоноу тойғоһон бирер. Әхирәттәге дүрт ниғмәт: ҡәберҙән яҡты, нурлы йөҙ менән ҡубарыласаҡ; Яуап көнөндә еңеллек биреләсәк; ғәмәл дәфтәре уң ҡулына тапшырыласаҡ; сират күперен тиҙ генә сығасаҡ.

Тәһәджүд намаҙының ваҡыты йәстү намаҙынан алып, таңға, иртәнге намаҙ башланғансыға хәтлем. Уны йоҡларға ятмай, йәстү намаҙынан һуң да, витрҙан һуң да уҡырға була. Әгәр ҙә, кеше иртән тора алмаҫына шикләнһә, әммә, сауапҡа өлгәшәһе килә икән, уға тәһәджүдте витрҙан һуң уҡып ятыу хәйерле.

Әммә иң яҡшыһы, тәһәджүдте йоҡонан уянғас, төндөң һуңғы өлөшөндә уҡыу сауаплыраҡ. Сөнки барлыҡ ғәләм йоҡлаған саҡта, кеше үҙендә көс табып, йоҡоһонан тороп, төнгө тынлыҡта яңғыҙы Раббыһына ялбарып, Уны ихлас зекер ҡылыуы айырыуса ҡиммәт. Дин ғалимдарының фекеренсә, фәҡәт төндөң һуңғы өлөшөндә Аллаһ күктең түбәнге ҡатына яҡынлаша, ул – доғалар ҡабул ҡылына торған ваҡыт. Шул мәлдә Аллаһ Тәғәлә: «Кем ғәфү үтенә, ғәфү итәм! Кем нимә һорай, бирәм!» – ти икән.

Фәҡәт ошо төнгө намаҙ ҡылыусылар тураһында Ҡөрьәндә: «Улар төндә бик аҙ ғына йоҡланы, һәм таң ваҡыттарында улар ярлыҡау һорай торған булдылар» («Әҙ-Ҙәрийәт» сүрәһенең 17-18-cе аяттары); «Уларҙың ҡабырғалары түшәктәренән күтәрелә, улар үҙ Раббыларына ҡурҡыу һәм өмөт менән ялбара һәм Беҙ биргән ризыҡтарҙан сарыф ҡыла. Эшләгән эштәре өсөн бүләк итеп, ниндәй күҙ шатлығы уларҙан йәшерелгән бер йән эйәһе лә белмәй»

(«Әс-Сәждәһ» сүрәһе, 16-17 аяттар); «Төндә уяу тороу тәьҫире яғынан көслөрәк һәм һүҙ яғынан турараҡ бит» («Әл-Мүзәммил» (Кейеменә төрөнгән) сүрәһенең 6-сы аяты), – тиелгән.

Был намаҙ иртәнге намаҙ кеүек үк, икешәр рәҡәғәт һәм яңғыҙ уҡыла, йәмәғәт менән уҡылмай. Уны һәр кем хәленән килгәнсе, ике, дүрт йә һигеҙ рәҡәғәт уҡыр. Ғөмүмән, нәфел намаҙын теләгәнсә, нисә рәҡәғәт уҡыһаң да була, һис сикләү юҡ.

Тәһәджүд намаҙы кешеләрҙе ауырыуҙарҙан, гонаһ ҡылыуҙан, ҡәбер ғазабынан һаҡлай һәм йәннәткә инер өсөн еңел юл булып тора.

Духа – икенсе сауаплы нәфел намаҙы. «Әд-Духа» – көндөң беренсе өлөшө, йәғни иртән тигәнде аңлата. Уның уҡылыу ваҡыты – ҡояш сыҡҡандан алып бер нисә минут үткәс (45 минутта тиҙәр), һәм өйлә намаҙына бер ни тиклем ваҡыт ҡалғансыға ҡәҙәр (20 - 30 минут ҡалғансы).

Духа ла иртәнге намаҙ кеүек үк ҡылына, ике, дүрт, алты һәм унан да күберәк рәҡәғәт уҡыла. Пәйғәмбәребеҙ духаны ике, дүрт, ҡайһы саҡ һигеҙ рәҡәғәт тә уҡығаны билдәле, һәр ике рәҡәғәттән һуң сәләм биреп.

Духа намаҙын уҡыған өсөн 100 сауап яҙыла, шуның 75 яҡшылығы – был донъяла, 25 ниғмәте әхирәттә биреләсәк. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, духа намаҙы уҡыған мосолмандың гонаһтары диңгеҙ күбеге хәтлем күп булһа ла, ғәфү ителә икән. Ожмахта духа намаҙын уҡыусылар өсөн «Духа» тип аталған ҡапҡа ла бар. Ул ҡапҡанан йәннәткә духа намаҙын күп уҡыусылар инәсәк.

Шулай уҡ иң сауаплы нәфел намаҙҙарының береһе – әүүәбин намаҙы, ул күп тәүбә итеүселәрҙең намаҙы тип аңлатыла (йәғни, гонаһ ҡылыу менән шунда уҡ тәүбә итеүселәр тураһында һүҙ бара). Был намаҙҙы рәсүлебеҙ ҡайһы саҡта ике, дүрт рәҡәғәт, күпселектә алты рәҡәғәт уҡыған. Ғәҙәттә, был намаҙҙы алты рәҡәғәт уҡыйҙар, уның ваҡыты аҡшамдан һуң йәстү намаҙына ҡәҙәр.

Был намаҙ бер ни тиклем айырыла, һәр рәҡәғәттә «Әл-Фатиха»нан һуң алты тапҡыр «Әл-Ихлас», һәм берәр тапҡыр «Әл-Фәләҡ» (Таң), «Ән-Нәс» (Кешеләр) сүрәләре уҡыла. Әүүәбин намаҙын уҡыған өсөн дә 100 сауап яҙыла, шуның 75 яҡшылығы – әхирәттә, ә 25 ниғмәте был донъяла биреләсәк. Был намаҙ уҡыусы көфөрлөккә төшмәйәсәк, Мәхшәр яланында ауырлыҡ кисермәйәсәк, тигән өмөт бар.

Әбү Һөрәйрә риүәйәт итеүенсә: «Кем аҡшам намаҙынан һуң бер ниндәй насар һүҙ әйтмәйенсә алты рәҡәғәт намаҙ ҡыла, ул намаҙҙың сауабы ун ике йыл буйы ғибәҙәт ҡылған кеүек булыр», – тигән пәйғәмбәребеҙ (Тирмизи хәҙистәр йыйынтығынан). Икенсе бер хәҙистә: «Кем аҡшам намаҙынан һуң алты рәҡәғәт намаҙ уҡыһа, уның гонаһтары диңгеҙ күбеге хәтлем күп булһа ла, ғәфү ителер», – тиелгән.

Нәфел намаҙҙарының тағы бер күркәме – тәсбих намаҙы. Ул Аллаһты маҡтау, данлау һүҙҙәренән ғибәрәт. Был намаҙҙы пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм Ғаббас ағаһына өйрәткән. Ул уны, көн дә уҡыу ауыр булыр, тигәс, рәсүлебеҙ: «Был намаҙҙы аҙнаһына бер тапҡыр уҡы, йә айына, йылына бер мәртәбә уҡы, йәки, ғүмереңдә бер тапҡыр булһа ла уҡы», – тигән. «Ий, ағай! Мин һине бер нимәгә өйрәтәм, унда 10 файҙа бар. Әгәр һин уны эшләһәң, Аллаһ һинең ун гонаһыңды ғәфү итер: беренселәрен һәм һуңғыларын, иҫкеләрен һәм яңыларын, аңлап һәм аңламай эшләгәндәрен, ҙурҙарын һәм бәләкәйҙәрен, асыҡ һәм йәшерен эшләгәндәрен», – ти.

Тәсбих намаҙы дүрт рәҡәғәттән тора. Башҡа намаҙҙарҙан айырмалы рәүештә, һәр рәҡәғәттә беҙ «Әл-Фатиха» сүрәһе алдынан ошо зекерҙе ҡабатлайбыҙ: «Сүбхәәналлаһи үәл-хәмдүлилләәһи үә ләә илләһә илләллаһү үәллаһу әкбәр» (тәржемәһе: «Аллаһ һәр кәмселектән пак, маҡтау булһын Аллаһҡа, Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Аллаһ һәр нимәнән бөйөк»). Бынан һуң башҡа теләгән берәй сүрә уҡыла. Беренсе рәҡәғәттә ҡыямда торғанда был тәсбих формулаһын 15, руҡуғта 10, руҡуғтан ҡалҡҡас 10, беренсе сәждәлә 10, сәждәнән ҡалҡҡас 10, икенсе сәждәлә 10, әттәхиәт уҡыған ултырыш ваҡытында 10 тапҡыр, йәмғеһе бер рәҡәғәт эсендә 75 тапҡыр уҡыла. Башҡа рәҡәғәттәрҙә лә шулай уҡ 75-шәр тапҡыр уҡылып, бөтәһе 300 мәртәбә әйтелә.

Раббыбыҙ беҙгә бәрәкәтен насип итеп, нәфел намаҙҙары уҡырға ла мөмкинселек бирһә икән. Уларҙы уҡып, күп сауаптарға ирешергә яҙһын!

Аллаһ Тәғәлә һәр ҡайһыбыҙҙы тура юлынан алып барһын, көфөрлөккә төшөрмәһен, барлыҡ намаҙҙарыбыҙҙы, изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итһен! Әмин!

Сығанаҡ: Башҡортостан ҡыҙы, Фәнирә Ғайсина.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: