Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Ноябрь 2022, 16:40

Һаҡлағыҙ әсә йөрәген...

Һаҡлағыҙ әсә йөрәген,Буй еткергән балалар,Былай ҙа бит унда күпмеҺеҙ белмәгән яра бар.

Һаҡлағыҙ әсә йөрәген...
Һаҡлағыҙ әсә йөрәген...

Һаҡлағыҙ әсә йөрәген,
Буй еткергән балалар,
Былай ҙа бит унда күпме
Һеҙ белмәгән яра бар.

Ғүмер һикәлтәләрен дә
Үткән ул сабыр ғына,
Гел алға ҡуйып аҡылын
Балалары хаҡына.

Бирмәгәндер,бәлки,яҙмыш,
Теләгәнсә рәхәтен,
Һеҙҙе бәхетле итеүҙә,
Күргән ул үҙ бәхетен.

Тормош юлында һеҙҙең дә
Барҙыр төрлө сағығыҙ,
Әсәй ышығы булғанда,
Яҡлаулы һеҙ-барығыҙ.

Әсә күңелен имләрлек,
Шифаларын табығыҙ,
Бәлә түгел,мең рәхмәтле
Бала булып ҡалығыҙ!

Фәйрүзә Зиянбирҙина.

Марат ҒАФАРОВ рәсеме.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: