- Элегерәк тиҫбене хөрмә төштәренән яһағандар. Ул өс өлөшкә бүленгән 99 төймәнән тора. 33 төймәнән һуң ҙуры килә. Тәсбихте “Әғүҙүбилләһи минә шшайтани раджим, бисмилләәһир-рәхмәәнир-рәхиим” тип әйтә башлайбыҙ. 33 тапҡыр “сөбханнал-лаһ” тип ҡабатлайбыҙ. Ҙур төймәне тотоп “бисмилләәһир-рәхмәәнир-рәхим” тибеҙ. Унан 33 тапҡыр “әл-хәмдү-лил-ләһ” тип әйтәбеҙ ҙә, ҙур төймәне тотоп “бисмилләһу” әйтеп, өсөнсө өлөшкә күсәбеҙ.Унда “Аллаһу әкбәр” тип ҡабатлайбыҙ. 100-гә “Лә иләһә илләл-ләһу мөхәмәҙрәсүлуллаһи” тип әйтеп ҡуйырға кәрәк. Тиҫбе тартыу күңелде тынысландыра.
Ярлыраҡ ғаиләнән булған әҙәм Пәйғәмбәребеҙ ғәлиәссәләмдән саҙаҡа тураһында һораған. “Эй, Рәсүлебеҙ, нисек итеп Аллаһҡа саҙаҡа бирәйек?” тигәс, Мөхәммәт ғәләйиссәләм : “Саҙаҡа бирергә мөмкинлегегеҙ булмаһа, тәсбих әйтегеҙ. Ул - иң күркәм сараларҙың береһе”, - тигән.