Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
2 Ноябрь 2023, 09:40

Зыяратҡа инер алдынан ниндәй доға уҡырға?

Борондан изгеләр ҡәберен зыярат ҡылыу, улар рухына доға уҡып, фатиха алыу сауаплы ғәмәл һаналған.

Ҡөръәндән  “Фатиха”,  “Ихлас”,  “Йәсин” сүрәләрен уҡыу тәҡдим ителә.

Зыяратҡа ингәндә:

“Әс-сәсәмү ғаләйкум  йә әһләл-ҡубуур йәғфируллаһ ләңә вә ләкүм. Әнтүм сәләфунә вә нәхнү бил-әҫәр” тип сәләм биреү кәрәк.

Тәүәссүл доғаһы

Тәүәссүл  - Аллаһы Тәғәләгә пәйғәмбәрҙәр йәки изгеләр рухы аша өндәшеү өсөн уҡыла торған доға. Зыярат эсенә инер алдынан тулы тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡыла, шунан һуң ғына Тәүәссүл доғаһы әйтелә.

 

“Аллаһүмә инни әсъәлүкә үә әтәүәджжәһү иләйкә би нәбиикә Мөхәммәдин нәбиир-рахмәти йә Мөхммәд, әтәүәджжәһү бикә илә раббии фии хаджати “. Унан үҙегеҙҙең үтенес теләктәрегеҙҙе әйтергә ярай.

Тәржемәһе: “Йә , Аллаһ, һинең пәйғәмбәрең Мөхәммәт рухы аша Һиңә мөрәжәғәт итәм, һинән үтенәм, йә Аллаһым, минең үтенесемде ҡабулдарҙан ҡыл! Үҙеңдең яратҡан әһелдәрең хаҡына ярҙам ит миңә!”

Фәүзиә ЗӘЙНЕТДИНОВА әҙерләне.

 

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас