

Ҡөрьән Кәримдең 62-се сүрәһе «Йома» сүрәһе тип атала.
Унда бөтә барлыҡтарҙың Аллаһ тарафынан яралтылыуы хаҡында, Аллаһтың бөйөклөгө, Мөхәммәт ғәләйһиссәләм пәйғәмбәрҙең Ул әмер иткәндәрҙе өммәтенә өйрәтеүсе илсе булыуы хаҡында әйтелә. Йома — мосолмандарға махсус бирелгән ҡиммәтле бер көн. Пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә шулай бәйән ителә: шәмбе — йәһүҙиләргә, йәкшәмбе — христиандарға, йома мосолмандарға бирелде. Был көндә мосолмандарға хәйер-бәрәкәт бар.
Ҡояш йома көнөнән дә яҡшыраҡ ҡалҡмаҫ. Әҙәм, ғәләйһиссәләм, йома көндө яралтылды, йома көнө йәннәткә инде, йома көнө йәннәттән сыҡты. Ҡиәмәт йома көнө күтәрелер.
Ысын мосолман йома көнө тәһәрәт алып, намаҙға баҫа, намаҙ уҡығас, изге эштәр менән була.
Йома доғалар ҡабул буласаҡ бер ваҡыт бар. Был хөтбә менән йома намаҙы араһындалыр.
Аллаһы Тәғәлә йома кисәһендә барлыҡ мосолмандарҙы мәғрифәт йәки хөрмәт итер, гонаһтарын ярлыҡар,
Йома кисәһендә һәм көнөндә күп салауат уҡығыҙ.
Дини календарҙан.