Өмөтләнеү, көтөү, ышаныу - кеше тормошондағы иң көслө тойғо. Уның ҡеүәтен, тылсымлы көсөн ауырып түшәккә ятҡан сирле миҫалынан да күрергә мөмкин. Күп осраҡта кешене һауығыуға өмөтө аяҡҡа баҫтыра. Заман медицинаһы ни тиклем алға киткән, юғары технологиялы булһа ла, был өлкә хеҙмәткәрҙәре ауырыуҙың сәләмәтләнеүенә ышаныуы иҫ киткес ҙур роль уйнауын яҡшы белә. Был тойғоно беҙгә ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы, һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә, еңергә булышлыҡ иткән ҡеүәтле рухи инструмент тип атарға ла мөмкин.
Өмөт менән йәшәгән кешеләр көслөлөгө, ихласлығы, асыҡлығы һәм күтәренке рухы менән айырылып тора. Эйе, һәр кеше үҙенең тормошона юғары маҡсаттар ҡуйып, уның бойомға ашыуына ышанып, өмөтләнеп йәшәргә тейеш. Был тойғо булмаһа, билдәле инде, тормош мәғәнәһе юғала, һөҙөмтәлә кеше төшөнкөлөккә бирелә. Әйҙәгеҙ, ошо матур башҡорт һүҙенең көсөнә, тылсымына ышанып, үҙебеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың изге ниәттәре ғәмәлгә ашыуына өмөтләнеп йәшәйек.
Ә һеҙ ниндәй матур һүҙҙәр беләһегеҙ?