Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Февраль , 09:58

Иман шарты

Әҙәм, ғәләйһис-сәләм, заманынан уҡ башланып: «Ҡөрьән менән тулы камиллыҡҡа еткерелгән, әлегә тиклем дауам ителеп килгән һәм дауам ителәсәк ислам дине ниндәй дин һуң ул?» - тигән һорау әле булһа тыуып тора.Был һорауға дин үҙе күптән инде еңел генә итеп яуап биреп тә килә:

Иман шарты
Иман шарты

Әҙәм, ғәләйһис-сәләм, заманынан уҡ башланып: «Ҡөрьән менән тулы камиллыҡҡа еткерелгән, әлегә тиклем дауам ителеп килгән һәм дауам ителәсәк ислам дине ниндәй дин һуң ул?» - тигән һорау әле булһа тыуып тора.
Был һорауға дин үҙе күптән инде еңел генә итеп яуап биреп тә килә:
- Беренсенән, ул - иғтиҡад - Аллаһтың барлығы һәм берлеге, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең, ғәләйһис-сәләм, Уның ҡоло һәм илсеһе булыуы тураһында геуаһлыҡ биреү. Намаҙ, зәкәт, ураҙа, хаж кеүек ғибәҙәттәр, «Әмәнтү» доғаһы менән аңлатып бирелгән иман шарты - инаныу, динебеҙ хаҡында күңелгә инеп урынлашҡан ныҡлы бер фекер; икенсеһе - изге ғәмәлдәр, яҡшы эштәр, игелек менән донъя көтөү, ғөмүмән, әҙәм була белеү.
«Мин, - ти мосолман, - Аллаһы Тәғәләгә, Уның фәрештәләренә, Китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, Әхирәт көнөнөң буласағына, яҙмышҡа йәки яҡшы-яман нәмәләрҙең бөтәһе лә Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире менән килеүенә, үлгәндән һуң яңынан терелеүенә ышанам. Быларҙың бөтәһе лә хаҡ».
Был иман, тип өйрәтә дин, ташҡа барып ҡағылһа ла, Аллаһтың рәхмәте менән ташты ла тупраҡтан йомшаҡ бер нәмәгә әйләндерә ала. Ислам ул бәндәне ҡараңғынан яҡтыға алып сығыусы шәм кеүек. Уның ярҙамы менән бәндә түбәнлектән юғарыға күтәрелә.
Дини календарҙан.

Иман шарты
Иман шарты
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: