Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Март , 05:35

Ә ҺЕҘ УРАҘАНЫ НИСЕК ТОТАҺЫҒЫҘ?

Ураҙа тотҡан ике егет урамдағы эскәмйәлә бер оло ғына бабайҙың ашанып ултырғанын күреп шулай тип һорағандар ти:

Ә ҺЕҘ УРАҘАНЫ НИСЕК ТОТАҺЫҒЫҘ?
Ә ҺЕҘ УРАҘАНЫ НИСЕК ТОТАҺЫҒЫҘ?

-Эй, бабай, оят түгелме һеҙгә, йәшәнеп кенә ашанып ултыраһығыҙмы түгелме? Ураҙа тотмайһығыҙмы ни?

Шулай тип әйткәндәр ҙә һаһылдашып көлгәндәр ти.

Бабай ауыҙындағын яйлап ҡына сәйнәп йотҡандан һуң:

-Эйе, уландар, мин ураҙаламын: бер кемдән дә көлмәйем, бер кемде лә кәмһетмәйем, бер кемде лә хөкөм итмәйем, ғәйбәт һатмайым, алдамайым, рәнйетмәйем, асыуланмайым. Әгәр ошо талаптар үтәлмәһә ураҙа дөрөҫ булмай ул. Ас йөрөү генә тип атала. Ашанып ултырыуға килгәндә, эш шунда: ауырыуым сәбәпле миңә ас йөрөргә ярамай, йыш ҡына ашарға тура килә. Ә һеҙ үҙегеҙ ураҙа тотмайһығыҙмы? - тигән ти.

Егеттәр бер-береһенә ҡарап торған да:

-Беҙ, беҙ... ас йөрөйбөҙ генә икән, - тип яуаплағандар ти.

Ярай, аңлағандар. Шуныһы яҡшы, эйеме?

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: