Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Март , 13:55

Изгелек эшләү – һәммәһенең бурысы

“Мәсеткә йөрөгән берәү холҡо, тотошо менән башҡаларға ҡарағанда үҙен бөйөгөрәк күрә. Уның холоҡ- фиғеле кеше менән һөйләшкәндә күренә. Арабыҙҙа дингә ике аяҡ менән түгел, бер аяҡ менән баҫҡандар ҙа етерлек. Мәсеткә бөтөнләй йөрөмәгәндәре лә бар, һәммәһенә ул бер аҙ кәмһетеп ҡарай.

Изгелек эшләү – һәммәһенең бурысы
Изгелек эшләү – һәммәһенең бурысы

Динебеҙ Ислам кешеләрҙе сортҡа бүлмәй. Беҙ барыбыҙ ҙа - Аллаһы Тәғәләнең ҡолдары. Бөгөн беҙ түбәтәй кейеп, мәсеткә киләбеҙ, намаҙ уҡыйбыҙ, һаҡал ебәргәнбеҙ, ә ахырыңдың ниндәй булырын бер кем белмәй бит, шулаймы? “Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләр араһында булды шундай заттар, ғүмере дәүерендә намаҙ уҡып, матур, күркәм дини тормош алып барҙылар. Ләкин үлемгә иманһыҙ булып киттеләр, сөнки Аллаға ҡарата ышаныуҙары осто ла китте.

 Боҙоҡ тормош менән, намаҙ уҡымай йәшәгәндәр, ләкин үлемгә бер терһәк ҡалғас, кинәт кенә Аллаға ышанып, һуңғы йылдарында намаҙ уҡып, пак бәндә кеүек мәңгелеккә күсенеп киттеләр”, -  ти Рәсүлебеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм.

Беребеҙ ҙә ғүмер ахырын белмәй. Мин биш-ун йыл намаҙ уҡыйым, тип ҡайһы бер кеше үҙен мөнбәргә баҫҡандай башҡаларҙан үҙен бөйөгөрәк күрә башлай. Эйе, булдырғанһын, намаҙ уҡыйһың, сүрәләр өйрәнгәнһең, ләкин кешеләргә өҫтән ҡарама. Намаҙ уҡыуың - һинең эшең. Гонаһтарҙан тыйылыу - һинең эшең. Башҡаларға үҙеңде бөйөгөрәк итеп күрһәтергә ашыҡма. Уның өсөн ҡиәмәттә Аллаһ бар. Кешене сортҡа бүлеү – мосолман кешеһенең эше түгел. Үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн күреү, үҙ-үҙеңде яратыу,  намаҙ уҡығаның менән маҡтаныу - сир.

Нисә йыл намаҙ уҡығанһың - ул Аллаһ менән һинең арала ҡала.    Намаҙ менән ҡапланып, кеше фәрештә була алмай. Быны Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ҙә бик яҡшы аңлай. Сөнки уның дә сәхәбәләре араһында намаҙ уҡыу менән бер рәттән кәрәкмәгән әйбер эшләгән кешеләр булған. Намаҙ уҡыйым тип, үҙҙәрен аҡлап, һаранлыҡтарын яҡлап, насар яҡтарын ҡапларға, аҡларға ашыҡтылар. Ләкин улай ярамай. Был ҙур хата. Бер ҡасан да доға уҡыуың менән күңелгә ғорурланыу кеүек тойғоно индерергә ярамай. Бөгөн һин мәсеткә йөрөйһөң, иртәгә нисек булыр, бер Аллаһ белә. Ә һин динһеҙ кешенән көлөп йөрөйһөң. Бәлки, ун йылдан хажға барып, ул пак булып китер. Беребеҙ ҙә киләсәкте белмәй, шуға ла намаҙ менән үҙеңде аҡлау кәрәк түгел. Аллаһы Тәғәлә күреп, ишетеп тора, яҡшыраҡ белә. Намаҙ менән мөккибән киткәндәргә Аллаһ һүҙен тәҡдим иткем килә. Өйөгөҙгә  ҡайтҡас Бәҡәрә сүрәһенең 177-се аятын асып уҡып ҡарағыҙ. Кемдең уҡырға ваҡыты булмаһа, тәҡдим итәм.

Ысын изгелек - күңелегеҙҙә булған иманда. Дөрөҫ итеп Аллаға ышанырға өйрәнегеҙ, ти. Аллаһы Тәғәләнең ҡиәмәтенән, нисек Аллаһ ҡаршыһында яуап бирермен, тип ҡурҡығыҙ. Фәрештәләргә инанығыҙ, сөнки фәрештәләр гонаһығыҙҙы, эшләгән һауабығыҙҙы  яҙып тора. Шулай уҡ пәйғәмбәрҙәргә инанығыҙ, сөнки  улар ҙа тиккә генә килмәгән, улар нисек йәшәргә кәрәклеген аңлатып килделәр. Беҙгә билдәле булған 25 пәйғәмбәр тормошо  беҙгә дәрес булып тора. Сөнки пәйғәмбәрҙәрҙең төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдары беҙгә лә Аллаһ тарафынан изге Ҡөръәндә тәҡдим ителә. Аллаһы Тәғәлә шуға беренсе итеп иман килтерергә өйрәнегеҙ, ти. Ҡайһы бер мөъминдәр мәсеткә кешеләрҙе намаҙға ғына саҡыра.

Иң беренсе урында Аллаға ышанырға кәрәк, ти Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ.  Мәккәлә йәшәгәндә ун йыл дәүерендә Аллаға ышанырға, Алланан оялырға, ҡиәмәт көнөнән ҡурҡып, үҙебеҙҙең хаталарыбыҙҙы төҙәтергә, күңелебеҙҙе тәртипкә килтерергә өйрәтте, унан һуң ғына намаҙ тураһында һөйләй башланы.

Икенсе урында -  изгелек ҡылыу.

Мөъминдәргә, барлыҡ мосолмандарға, йәтимдәргә, меҫкендәргә, ауыр хәлдә йәшәгәндәргә, инвалидтарға, тол ҡалған ҡатындарға, сирләп торған ғаиләләргә, мосафирҙарға ҡарата ярҙам күрһәтһәгеҙ, күңелдәрегеҙ ебеп, Аллаһ ҡаршында күңелдәрегеҙ матур иман формаһына килеп баҫыр тигән. Һәр бер мосафир – ул Алланың ҡунағы, уны хөрмәт итеп ҡаршы алһаң, Алаһы Тәғәләнең бөйөк рәхмәтенә ирешерһең.

Өсөнсө урында – ауыр хәлдәге ҡолдарға, бурысҡа батҡандарға ярҙам итеү.  

Дүртенсе урында – намаҙ, ти. Бер-беребеҙгә кешелекле булыу – бына ҡайҙа ул изгелек. Намаҙ бөгөн бар, иртәгә юҡ, ә кешелеклекте тыуҙыра алһаҡ, намаҙыбыҙҙы күңелдә яратып, тәнебеҙ менән үтәүҙә ул ҙур нығытма буласаҡ. Шуға намаҙ өйрәткәнсә, кешелеклеккә өйрәтеү бик мөһим.

Яҙыусы Лев Николаевич Толстой бик ғилемле кеше булған. “Тормошоғоҙҙа иң ҡатмарлыһы нимә?” – тип һорағас, “Кешелекле булыу”, – тип яуап биргән.  Бер-береңдең хәленә инә белеү һәр кемгә лә насип булған эш түгел. “Нисек һуң ул?”, - тип шул ваҡытта Толстойҙан һорағандар. “Изгелеккә ышаныр өсөн һөйләргә генә түгел, уны эшләргә кәрәк”, - тигән. Изгелек эшләү – һәммәһенең бурысы.”

Яңыраҡ интернет селтәрендә бер дин әһеленең вәғәзен тыңланым. Һеҙ уның фекере менән килешәһегеҙме?

 

Изгелек эшләү – һәммәһенең бурысы
Изгелек эшләү – һәммәһенең бурысы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: