Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Апрель , 05:49

МӘҘӘНИӘТҺЕҘЛЕГЕМӘ ЭЙ ОЯЛДЫМ ИНДЕ

Булһа була бит ул матур ҡатын-ҡыҙҙар...

МӘҘӘНИӘТҺЕҘЛЕГЕМӘ ЭЙ ОЯЛДЫМ ИНДЕ
МӘҘӘНИӘТҺЕҘЛЕГЕМӘ ЭЙ ОЯЛДЫМ ИНДЕ

Маршруткала ҡаршымда ултырған ханыма һоҡланып барам: бешкән арыш башағы төҫөндәге ҡыҙғылт-һары ҡуйы сәсен өҫкә күпертеп өйөп ҡуйған. Күҙҙәре, әйтерһең дә, төпһөҙ зәңгәр күл, ә керпеге - күлде уратып алған ҡуйы ҡамыш. Подиумдарҙа ғына йөрөй торған буй-һын. Минең генә түгел, ҡаршыһындағы бөтәһенең дә һоҡланыулы ҡарашын тойоп, сейә ҡыҙыл төҫкә буялған тырнаҡтарына текәлде. Бер туҡталышта сығырға тура килде беҙгә.

-Бәләкәй ҡаланың шуныһы миңә оҡшамай: кешене күрәләтә күҙҙәре менән “сисендерәләр”. Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй ултырҙым, - тип һүҙ ҡушты ул, ә бәлки, минең дә ҡарап ултырғаныма төрттөргәндер. - Мәҙәнилек тә, тәрбиә лә юҡ.

“Мәҙәниәтһеҙлегемә” уңайһыҙланып, ни тип әйтергә лә һүҙ таба алмай, ыҡ-мыҡ иткәнсе, матур ҡатын, бейек үксәләре менән асфальтты үтә тишерҙәй булып, тыҡ-тыҡ баҫып китеп тә барҙы. Тик ырғытып киткән һыу шешәһе, шоколад тышына төрөлгән көнбағыш ҡабыҡтары сүп һауытына барып етмәй, кеше күпләп йөрөгән туҡталыштарҙың береһен тағы ла нығыраҡ ҡыйлап ятып ҡалды.

Әле генә күптәр өсөн, шул иҫәптән миңә лә, гүзәллек алиһәһе булып тойолған ҡатындың нәзәкәтлелегенән, матурлығынан бер нәмә лә ҡалманы. Ауыҙ тултырып, мәҙәнилек, тәрбиә тураһында әйткән булды, ә үҙенең артынан күпме сүп-сар, асыу тирә-яҡҡа сәселде...

Һуңғы ваҡытта урамдар, туҡталыштар, биҫтәләр бысраҡ булыуына, сүплеккә әйләнеүе тураһында күп һөйләйбеҙ. Уның өсөн власты, йыйыштырыусы ойошмаларҙы әрләйбеҙ. Экология, тирә-яҡ мөхит бысрана тип һөрәнләйбеҙ, яр һалабыҙ. Тик үҙебеҙ йәшәгән урыныбыҙ таҙа, һулар һауабыҙ саф булһын өсөн нимә эшләйбеҙ һуң? Йыйыштырылған урында түгел, ә ҡыйламаған ерҙә таҙа булыуын һаман аңламайбыҙ.

Йыл һайын  үткәрелгән Хакимиәт көндәрендә лә был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүленә. Ауыл биләмәләре хакимиәт башлыҡтары үҙ территорияһын сүп-сарҙан таҙартыу, рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙе бөтөрөү, бының өсөн күпме сығым сығыуы буйынса отчет бирә. Ә ни эшләп беҙ сүплек менән көрәшеүгә шул тиклем аҡса тотонабыҙ. Уға киткән аҡсаны башҡа маҡсатта ҡулланыу отошлораҡ булмаҫ инеме?

Эйе, сүплек мәсьәләһе бөгөн иң төп проблемаларҙың береһенә әйләнде. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, йыл башынан Башҡортостанда 378 рөхсәт ителмәгән сүплек булыуы асыҡланған. Көнкүреш ҡалдыҡтары башлыса баҡса йорттары, коттедждар биҫтәһе, урман һыҙаттарында, йәғни кешеләр йөрөгән, дөрөҫөрәге кеше үҙен иректә тойған, бер ниндәй контроль, күҙәтеү юҡ тип иҫәпләгән ерҙә осрай. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Нимә сәбәпсе быға? Тәрбиәһеҙлекме, әллә тейешле урында сүп һауыттары булмауымы? Ә, бәлки, үрҙә атап кителгән ҡатын кеүек, урна ситенә ырғытҡан өсөн яза системаһы ҡаралмауылыр?

Бынан бер нисә йыл элек сүп һауытында эҙләнгән асарбаҡ менән һөйләшкәйнем. Ул кешеләрҙең бай йәшәүен билдәләгәйне. “Кисә һатып алған икмәген бөгөн ашамайҙар, былтыр алған кейеменә лә шкафта урын юҡ, бөтәһен дә сығарып ташлайҙар”, - тигәне хәтерҙә ҡалған. Эйе, бөгөн кешелә әйбер күп, береһенән-береһе уҙҙырып байыраҡ йәшәргә ынтыла. Тик матди байлыҡ йыйған һайын, күңелдәре лә ярлыланмаһа ине...

Лена Абдрахманова.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: