Раббыбыҙға шөкөр ҡылыусыларҙан булырға тейешбеҙ! Сөнки Ул беҙгә көн дә күп ниғмәт, ризыҡ, бәхет бирә, беҙ шөкөр иткән һайын, Аллаһ Тәғәлә байлығын да арттырып бирәсәк. Аллаһ Тәғәлә теләһә, беҙҙе гонаһтарыбыҙ өсөн шунда уҡ язаға тарттырыр ине, әммә Ул сабыр, беҙгә бәрәкәтен биреүен дауам итә.
Ҡылған доғалар ҡабул булһын өсөн, доға ҡылыр алдынан, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын һорап, күп тапҡыр тәүбә килтереү кәрәк. Шунан Аллаһҡа иң күркәм, матур һүҙҙәр менән маҡтау әйтергә һәм Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә «Салауат»тар уҡыу фарыз.
Шулай уҡ доғаларыбыҙ ҡабул булырына ихлас, ныҡлы ышаныу мотлаҡ. Ышаныр-ышанмаҫтай, баҙнатһыҙ ғына һорау – килешмәгән ғәмәл.
Икенсе кешеләр өсөн доға ҡылғанда, доғабыҙҙа үҙебеҙҙе лә оноторға ярамай. Сөнки теге донъяла тамуҡтан ҡотолоу өсөн тәү сиратта һәр кем үҙен алдан ҡайғыртырға бурыслы. Башҡаларға доға уҡығанда яныңда торған фәрештә: «Амин, һинең үҙеңә лә шулай булһын!» – тип әйтә икән. Башҡа кешеләр өсөн ихлас доға ҡылһаң, ул мотлаҡ ҡабул була.
Дингә яңы килгән йә ислам менән ҡыҙыҡһына, таныша башлаған ҡыҙҙар, апайҙар, ҡай саҡ нисек доға ҡылырға белмәй йә бөтөнләй доға уҡымай онотолоп йөрөй. Аллаһ Тәғәлә: «Һорағыҙ – бирермен!», «Һаҡланғанды һаҡлармын», – тигән бит. Аллаһ – барлыҡ донъяның, байлыҡтың хужаһы. Шуға ла беҙ һәр нәмәне фәҡәт Унан ғына һорарға тейеш.
Доға ҡылып, беҙ тормошобоҙҙо ла үҙгәртә алабыҙ. Был хаҡта Ҡөрьәндә: «Аллаһ теләгән нәмәне юйып ҡуя һәм нығыта, һәм Унда – китаптың әсәһе», – тиелгән (Әр-Рәғд (Күк күкрәү) сүрәһе 13: 39).
Ғөмүмән, киләсәк өсөн генә түгел, ә көн дә һәр изге ғәмәлебеҙҙе башлар алдынан доға ҡылып, Аллаһтан ярҙам һорап, Уға тәүәккәлләп, фәҡәт Уның ризалығы өсөн эшләргә кәрәк, шул саҡта барыһы ла еңел һәм тиҙ бойомға ашасаҡ.
Иҫкәртеп шуны әйтәбеҙ: доға ҡылғанда ике донъя өсөн дә һорау фарыз. Сөнки был донъя ваҡытлыса, ҡыҫҡа ғына, ул үтә лә китә, ә теге донъя – мәңгелек.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" сайты.