Конгэк
-3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Июнь , 16:30

Мәләүез районы Хәсән ауылы халҡының ҡыуанысының сиге юҡ: унда бөгөн мәсет асылды

Иман йорто төҙөлә башлауы, манара ултыртылыуы хаҡында мәғлүмәт биреп барғайныҡ инде. Бына ҡыҫҡа ғына ваҡытта ул төҙөлөп бөттө һәм бөтә донъя мосолмандары иң олуғ байрамдары – Ҡорбан ғәйетен байрам иткәндә тантаналы рәүештә астылар. Асыу тантанаһы алдынан “Әсә йөрәге” мәсете имам-хатибы Фуат хәҙрәт Зиннуров, Нәжип хәҙрәт Ғибәҙуллин Ҡөрьән аяттары уҡыны.

Мәләүез районы Хәсән ауылы халҡының ҡыуанысының сиге юҡ: унда бөгөн мәсет асылды
Мәләүез районы Хәсән ауылы халҡының ҡыуанысының сиге юҡ: унда бөгөн мәсет асылды

Ауыл йылъяҙмаһындағы мөһим ваҡиға менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Килдебаев, Аптраҡ ауылы биләмәһе башлығы Фидан Юлтимеров ҡотланы. Ҡотлау һүҙҙәренә шулай уҡ Мәләүез районы имам-мөхтәсибе Зәбир Яҡшыев, Һарыш мәсете имам-хатибы Фәнир Аҡсулпанов, һәүәҫкәр тыуған яҡты өйрәнеүсе Ринат Хәлиуллин ҡушылды.Сараға килеүселәр үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе, иман йортона алып килгән бүләктәрен тапшырҙы һәм хәйер-саҙаҡа һалды.

Мәсет асыу тантанаһына хәсәндәрҙең билдәле ауылдашы, күренекле дәүләт эшмәкәре, төп спонсорҙарҙың береһе Фәнүр Йәғәфәров та ҡайтҡайны. “Ниндәй генә ҙур ҡәүем йәки ҡеүәтле техника булмаһын, уны эшләтер өсөн яҡшы башлаусы йәки асҡыс кәрәк. Бына ошо мәсетте төҙөү эшенең башы йәки асҡысы Раил Йәнтилин булды”, - тине ауылдашы менән, ысын мәғәнәһендә, ғорурланып.

Ғөмүмән, байрам тантанаһына килгәндәрҙең барыһы ла яҡташтары Раил Йәнтилинға һоҡланыуҙарын йәшермәне. Һоҡланырлыҡ та, ғорурланырлыҡ та шул. Был сауаплы эште башлап ебәреүе генә ни тора!

“Тыуған ауылымда мәсет асыуға һөйөклө әсәйем Зифа Тимерйән ҡыҙының вафаты этәргес булды. Уның рухын ҡыуандырыу һәм үҙебеҙҙең артыбыҙҙан яҡты эҙ ҡалдырыу маҡсаты менән изге эшкә тәүәккәлләнем. Ошондай ҙур бурысты атҡарып сығыуыма ныҡ ышандым, сөнки ауылдаштарымдың, яҡташтарымдың, битараф булмаған кешеләрҙең тырышлығын, берҙәмлеген, барлығын яҡшы белә инем”, - тине ул үҙенең сығышында.

Эйе, “Әсә йөрәге” мәсете бик ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлдө. Атап әйткәндә, ярты йылда манараһын күтәреп, биҙәү-һылау эштәрен тамамлап та ҡуйҙылар. Әңгәмәләшкән ваҡытта ҡайһы бер апай-инәйҙәр хатта ышанып та бөтмәүен билдәләне. Көс берҙәмлектә шул: был сауаплы эшкә ауыл халҡы дәррәү ҡушылған. Һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан. Кемдер аҡсалата ярҙам иткән, икенселәр ҡул көсө менән булышлыҡ иткән, өсөнсөләре фәһемле кәңәштәрен биргән.

Киләсәктә “Әсә йөрәге” мәсетенә йәше-ҡарты ихлас йөрөр, уның ишеге һәр ваҡыт асыҡ булыр һәм унда һәр кем йыуаныс табыр, күңел бөтөнлөгөнә ирешер, тип ышанғы килә.

Хәсән ауылында мәсет асылыуы тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: