«Күңелегеҙҙән көнсөллөктө алып ташлағыҙ, — тигән Мөхәммәд бин Ғәли. — Көнсөллөк ул — ауырыу. Тәнгә зәғифлек, йәнгә ҡырыҫлыҡ бирә, кешене иманынан мәхрүм итә, һәләкәткә алып бара».
«Шуға ла, — тигән имам Садыҡ атаһының һүҙҙәрен хәтергә төшөрөп, — күңелендә көнсөллөк, ҡомһоҙлоҡ, башҡаларға бирелгәндән өлөшһөҙ ҡалыу ҡурҡынысы йөрөткән кеше мосолман була алмай. Ағасты ут ялмап алып бөткән кеүек, көнсөллөк тә бәндәнең иманын юҡҡа сығара».
Элеккеләрҙең тәрбиә мәҙрәсәһенән тағы ла бер дәрес. «Мосолман өммәте ҡарамағында йәки уның яҡлауында булған кеше хаҡында ялған геүаһлыҡ биргән кеше, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Ҡиәмәт көнөндә теленән аҫылып иманһыҙҙар менән бергә йәһәннәмдең иң түбәнге бер еренә ташланасаҡ».
Аллаһтың берәүгә биргән рәхмәтенә ҡарата икенсе кешеләрҙә дүрт төрлө мөнәсәбәт булыуы билдәле. Улар — көнсөллөк, ҡомһоҙлоҡ, фиҙаҡәрлек һәм ... хөсөт.
— Әгәр ҙә берәү Аллаһтың үҙенә булған рәхмәтен тоя башлаһа, был рәхмәттең башҡаларға ла эләкмәүенә уның күңеле һөйөнә. Был — көнсөллөк һәм ҡомһоҙлоҡ.
— Әгәр ҙә берәү Аллаһ үҙенә биргән игелектәрҙең башҡаларҙа ла булыуын теләһә, үҙенә зыян килтереп булһа ла, ул игелекте башҡалар менән уртаҡлаша ла белһә, был — фиҙаҡәрлек.
— Әгәр ҙә кеше башҡаларға игелек булып та үҙе унан мәхрүм ҡалған тип уйлаһа, башҡаларҙың да унан мәхрүм ҡалыуын теләһә, был хөсөтлөк.