Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Июль 2025, 14:10
1

Тойғонан ҡоршалған күңел

Ҡатын оялып ҡына ҡулдарына ҡараны. Ҡарашы башы ашалып, үпкәләгән ауыҙ һымаҡ бер яҡҡа йәмшәйгән туфлиҙарына төштө. Эстән генә үҙен әрләп алды: “Уф, Аллам, теге ваҡыт баҙарҙа 200 һумға ғына һатылған тапочкаларҙы, йомортҡаға булһа ла, алмаштырып алмағанмын! Кейенеп ҡайҙа барам әле, тим дә ҡалам шул, иҫәүән! “Эргәһендә ултырғандарға белдермәй генә эстән ауыр тын алды. Иртәнге 6-ла бер телем икмәк менән эскән сәйҙең ни туҡлығы, ашҡаҙаны һурып ауырта, күҙ алдында таптар күренә башлағандай тойолдо.

Ул ҡояшта янған тубыҡтарын күп йыуыуҙан уңған күлдәк итәге менән тартҡылап ҡаплап алды, эшһеҙ ултыра белмәгәнлектән йонсоуы етеп, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөҙәне.

Әлфиәне ҡала дауаханаһына алып килгән сәбәп, ҡыштан бирле биленең ауыртыуы. Иртән тороуҙары, Хоҙайым, үлеп терелеүгә тиң инде. Ауыл ҡатындарының ирҙәренән әллә күпме һуң ятһа ла, наҙланып ятыры бармы: беренсе әтәстән алда ҡуҙғала башлай.

Ҡуҙғалыу бер хәл, тороуың кәрәк бит әле. Ыумаған дарыуы, ашамаған төймәһе, эсмәгән үләне ҡалманы - үтмәй ҙә, бөтмәй ҙә. Көндөҙ әллә эш менән булышып, әллә онотолоуҙан, ул тиклем борсомаған да һымаҡ. Ауыл фельдшеры ла әллә ҡасандан бирле тикшерелергә ҡыуа инде - әлеге донъя, мал, ҡош-ҡорт менән аяҡ-ҡулың бәйле шул. Ире лә бит бигерәк мыжыҡ, кеше күрмәгән етешһеҙлекте күреп, тауыш күтәрә, гел генә кәмһетеп, юҡҡа сығарырға тора. “Ауырыйым” тип әйтеп ҡара, үлтермәй ерләргә әҙер. 25 йыл йәшәйҙәр, Ғәҙелде һаман аңлап етмәй Әлфиә: сирек быуат ғүмереңде бергә уҙғарған кешеңде һаман кәрәк-кәрәкмәгән сәбәп эҙләп, эткеләү-төрткөләү ялҡытмаймы икән? Кисә һыйырҙарҙы һауып, һөтөн үткәреп, сепаратын йыуып ҡына түңкәргән ине, йыуылған һауыт-һабаны өҫтәлдән һыпырып төшөрҙө. Имеш, майы ла бөтмәгән, бер тапҡыр ғына сайҡатҡан. Ауыҙыңды асып һүҙ әйтеп ҡара, торған урында һалып осорорға күп һорамаҫ. Тирә-яҡҡа һибелгән сепарат тәрилкәләрен йыя һалып, яңынан сайҡатыр ине лә, әлеге биле, эйелһәң турайырға бирмәй, ҡата ла ҡуя. Уйлай-уйлай ҙа ошо ир менән күргән-кисергәндәренә үҙе ышанмай ҡатын. Кем өсөн, ниндәй маҡсат менән ирҙән ҡото осоп, эргәһендә көлөргә, йылмайырға ла ҡурҡып йәшәлгән икән? Серҙәрен, кисерештәрен дә һарайҙағы малға, ҡош-ҡортҡа һөйләй торғайны.

 Уҙған ял миндек йыйырға барҙылар: әмәлгә ҡалғандай, ҡайынға һелтәнгәндә, иренең балтаһының һабы һынды. Әллә ни эшләп, ҡысҡырып көлгән булды бит Әлфиә. Ғәҙел, һынған балта һабы менән йән асыуына арҡаһына шул тиклем итеп һуҡты, ҡатын ауыртыуға түҙә алмай, киҫелгәндәй ергә ауып, һушын юғалтты. Дауаханала ғына иҫенә килде, күҙен асҡанда һөмһөрө ҡойолған ире эргәһендә ултыра ине. “Ялҡауға ял булды. Хәҙер ятырһың инде, балнисҡа бер килгәс. Юҡ ауырыуҙы бар итеп, сәбәп эҙләй инең, әйҙә, рәхәтлән! Белеп ҡуй, һорашһалар, ағастан остоң! Ишетһен ҡолағың!” Әрләне-әрләне лә ишекте шартлатып ябып, ҡайтып китте. Хәлен һорау ҙа юҡ. Үлеп терелгән Әлфиә янына ошонан һуң бер ҙә килмәне. Айҙан артыҡ тора алмай ятҡанда тормош юлына байҡау яһап, һәр миҙгелен хәтер күҙәүенән үткәрҙе бисара ҡатын. Кем өсөн, ниндәй маҡсат менән ирҙән ҡото осоп, эргәһендә көлөргә, йылмайырға ла ҡурҡып йәшәлгән икән? Мәжлестә өйрәнелгән тәртип буйынса Әлфиә, хужаларҙың ай-вайына ҡарамай, гел өҫтәл ситенән урын алды. Кеше араһына ултырып, хәбәр һөйләп ҡара, ҡайтҡас күрмәгәнеңде күрһәтәсәк. Бына шулай үтте көндәре. Магазинға барһа ла, ваҡытына ҡайтып етмәһәң, әллә ни тип аҡланып ҡара - файҙаһыҙ, торған ереңдә һалып осора. Күрше-күлән Ғәҙелгә аңлатып та ҡараны, диуанаға аҡыл бир, таш атыр тигәндәй, асыуын тағын ҡатынына төшөрҙө. Шул саҡ телефон шылтыраны, уйҙарға күмелгән ҡатын һиҫкәнеп, көс-хәл менән һәрмәп алғас, теге оста күрше Йәмиләнең борсоулы тауышы ишетелде:

- Әлфиә, күңелеңә ауыр алма, әллә күрмәнең, әллә белһәң дә һиҙмәгәнгә һалыштың, Ғәҙел күрше ауыл Гөлйемешкә йөрөнө бит. Көтөү ҡыуыр алдынан дауаханаға китеүең менән артыңдан уҡ мал-тыуарыңды Беларусҡа тейәп күсенде. Бот сабып, аптырап ҡалдыҡ. Әйтмәҫмен тигән инем, кемдер иҫкәртергә тейеш бит, үпкәләмә инде.

Көтөлмәгән хәбәр шаңҡыта һуға, тиһәләр ҙә, был яңылыҡты шул тиклем тыныс ҡабул итте ҡатын. Әйтерһең, иңенән ауыр йөк төштө. Хатта ауыртыуҙан һарғайған йөҙөндә йылмайыу сағылды. Ҡан эскес йыртҡыс тырнағынан ҡотолған йән эйәһеләй, йәшәүгә ынтылыш барлыҡҡа килде, тәне яҙылып, хатта ҡыбырларға бирмәгән биле лә ебәргәндәй тойолдо.

“Йә Хоҙай, - тип шыбырланы ул, йән тыныслығы насип ит. Түшәктә ятҡан ауырыу түгелмен, йәшәрмен, тырышырмын. Мал-тыуарҙы ла яңынан йыйырмын, һауыт-һабаһы ла табылыр. Һаулыҡ бир, башҡа бер ни һорамайым!”

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сирағы, тиҙәрме әле? Был тарихтың аҙағына үҙем шаһит. Әлфиә бөгөн үҙ аллы йәшәй, ҡош-ҡорт тәрбиәләгән була, баҡса үҫтерә. Әлеге исеме есеменә тура килмәгән ир йоратының яңы ғына йәшәй башлаған тормош иптәшенә бысаҡ менән янауы күңелһеҙ тамамланған. Ошондай хәл ҡабатланғас, тегенеһе полицияға ғариза яҙған. Хәҙер Ғәҙел - холоҡ төҙәтеү урынында. Яңыраҡ шуға бәйле, тағы бер ваҡиғаға тарыған, әммә унда тәртип ҡаты, тиҙәр, умыртҡа һөйәген һындырғансы туҡмағандар, хәрәкәтһеҙ ята икән. Бына шулай, йәш сағында сәбәпһеҙ үҙенән көсһөҙ затты рәнйеткән әзмәүерҙәй ирҙең ҡотороуы үҙ башына булды. Уны ниндәй ҡартлыҡ көтәлер, күҙаллауы ауыр. Гүзәл зат түҙә, сабыр итә, уларҙың төрлө тойғоларҙан ҡоршалған ҡорамаға оҡшаш күңелен ни бары битарафлыҡ ҡына биләмәһен.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

 

 

Тойғонан ҡоршалған күңел
Тойғонан ҡоршалған күңел
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас