ҺОРАУ: Хәйерле көн, хөрмәтле мөфтөй! Минең һеҙгә бик мөһим бер һорауым бар ине: Исламда ҡыңғырауға ниндәй мәғәнә бирелә, уға нисек ҡарарға? Өйгә (ишеккә) ҡыңғырау ҡуйырға һәм уны шылтыратырға яраймы? Кемдәрҙер ҡыңғырауҙы насар әйбер һанай һәм уның менән эш итеүҙе харам тип күрә, әммә бүтән берәүҙәр унда бер ниндәй ҙә бәлә тапмай. Зинһар, ошо мәсьәлә буйынса асыҡлыҡ индереп, миңә ярҙам итеп ебәрһәгеҙ ине. Рәхмәт.
ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!
"Ҡыңғырау – шайтандың һыбыҙғыһы", – тигән Аллаһ рәсүле ﷺ.
Мөслим, "Сахих", 2114-се хәҙис.
Ләкин, ғалимдар аңлатыуынса, был һүҙҙәр – музыка уйнатыу (көй тауышы сығарыу) өсөн тәғәйенләнгән ҡыңғырауҙар тураһында. Йә иһә, икенселәр әйтеүенсә, тауышы гонг тигән музыка ҡоралының тауышына оҡшаш булғанлыҡтан, ҡыңғырау шайтан ҡоралдары иҫәбенә индерелгән дә.
Нимәлер тураһында хәбәр итеү өсөн тәғәйенләнгән ҡыңғырауҙар иһә (мәҫәлән, ишектәрҙә, мәктәптәрҙә, хәүеф хаҡындағы иҫкәртеүҙәрҙә һәм башҡа шундай урындарҙа ҡулланылғандары) был тыйыу эсенә инмәй, тиҙәр. Әммә, әлбиттә, уларҙың да бер ниндәй ҙә көй сүрәтендә зыңғырламауы шарт.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Үәссәләм.
Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй
Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1360