Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Декабрь 2025, 21:00
1

Үлем хәлендә ятыусынан шәһәҙәт әйттереү

(хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)

Үлем хәлендә ятыусынан шәһәҙәт әйттереү
Үлем хәлендә ятыусынан шәһәҙәт әйттереү

ҺОРАУ: Тәлҡин ҡылыу – кәңәш ителгән эшме, әллә мотлаҡмы?

 ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Тәлҡин – ул үлергә ятыусынан шаһитлыҡ һүҙҙәрен (йәғни, "лә иләһә иллә-Ллаһ" – "Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡ илаһ юҡ" шәһәҙәтен) әйттереү. Һәм ул – хәҙистәр менән иҫбатланған мүстәхәб (кәңәш ителгән, хуп) ғәмәл.

 Ҡара: "әл-Бәхр әр-Раиҡ", II том, 184-се бит.

Әбү Сәғит әл-Худри сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын) еткереүенсә:

 "Үлеүселәрегеҙҙе "лә иләһә иллә-Ллаһ"ҡа этәрегеҙ", – тигән Пәйғәмбәр ﷺ.

 Мөслим, "Сахих" (917), Ибн Мәджәһ, "Сүнән" (1444).

Тәлҡин ҡылыу түбәндәгесә башҡарыла: үлем хәлендә ятыусының эргәһендә булыусы кеше ул (йәғни, үлергә ятыусы) ишетерлек итеп үҙ алдына шәһәҙәт һүҙҙәрен әйтә һәм шул рәүешле уға "лә иләһә иллә-Ллаһ" кәлимәһен әйтергә кәрәклеге тураһында иҫләтә; әммә уны был һүҙҙәргә көсләмәй (мәҫәлән, уға: "Әйт! Әйт!" – тип бойормай). Үлергә ятыусыны шәһәҙәткә этәреү – уның эргәһендә ошо һүҙҙәрҙе ул ишетерлек тауыш менән ҡабатлау ул, фәҡәт.

 Ҡара: "Тәбйин әл-Хәҡаиҡ", I том, 234-се бит.

Тәлҡиндең маҡсаты – кешенең был донъялағы һуңғы әйткән һүҙҙәре "лә иләһә иллә-Ллаһ" булыуы. Сөнки, Пәйғәмбәр ﷺ үҙ хәҙисендә хәбәр иткәнсә:

 "Кемдең һуңғы һүҙҙәре "лә иләһә иллә-Ллаһ" буласаҡ, шул Йәннәткә керер".

 Әбү Дауыт, "Сүнән" (3116), сахих (ҡара: әл-Әлбәни, "Сахих Әби Дәүд", 3116).

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Үәссәләм.

 Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй

Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1357

Автор:
Читайте нас