Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Декабрь 2025, 21:00
1

Диабет ваҡытындағы ҡан алыуҙар тәһәрәтте боҙамы?

(хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)

Диабет ваҡытындағы ҡан алыуҙар тәһәрәтте боҙамы?
Диабет ваҡытындағы ҡан алыуҙар тәһәрәтте боҙамы?

ҺОРАУ: Диабет менән ауырыған саҡта тестер өсөн ҡан алыу тәһәрәтте боҙамы? Унда, бармаҡты тиштереп, бәләкәй генә күләмдә ҡан һығып сығарыр кәрәк. Һәм был ғәмәл көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

 ЯУАП: Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Эйе. Әбү Хәнифә имамдың (Аллаһ уға рәхимле булһын) мәҙһәбенә ярашлы, ҡандың яра сиктәренән тышҡа сығыуы тәһәрәтте боҙа (шул иҫәптән – бармаҡ тиштергәндән һуң ҡандың ситкә ағып сығыуы ла)*. Ә тест өсөн ҡан өлгөһө алдырғанда иһә ҡан яра сиктәренән тап тышҡа ағып сыға ла. Тимәк, шуға күрә, тәһәрәт тә юҡҡа сыҡҡан һанала.

 Ҡара: Ҡасим Ҡотлобуға әл-Хәнәфи, "әт-Тәсхих үәт-Тәрджих ғәлә Мүхтәсар әл-Ҡудури", 138-се бит.

Был турала ошондай хәҙис риүәйәт ителгән:

 "Берәйһе (намаҙ ваҡытында) йә ҡоҫоуға, йә танауынан ҡан китеүгә, йә үтләүгә, йә мәҙи бүленеүенә дусар булһа, (намаҙынан) сыҡһын да, тәһәрәт алһын да, шунан намаҙын (өҙөлгән еренән) кире дауам итһен, әммә ошо ваҡыт эсендә (тәһәрәт алыр өсөн намаҙҙан сыҡҡанында) һөйләшмәһен".

 Ҡара: Ибн Мәджәһ, "Сүнән" (1221), әл-Бәйһәҡи, "әс-Сүнән әл-Күбра" (652, 3198), әд-Дәраҡутни, "Сүнән" (1/153), әд-Дәйләми, "Мүснәд әл-Фирдәүс" (5883). (Хәҙис көсһөҙ булһа ла, хәнәфиҙәр уны бүтән хәҙистәрҙе һәм әҫәрҙәрҙе көсәйтер өсөн ҡуллана. – тәрж.).

Был хәҙистән күренеүенсә, нәжестәр (ҡан, ҡоҫҡо, эрен һәм башҡаһы кеүек бысраҡтар), оят урындарҙан ғына түгел, тәндең ҡайһы еренән генә сыҡһалар ҙа, тәһәрәтте боҙалар. Һәм был – Ибн Мәсғүт, Ибн Ғәббәс, Зәйет ибн Ҫәбит, Ибн Ғүмәр кеүек сәхәбәләрҙең мәҙһәбе (Аллаһ уларҙан риза булһын).

Ҡан күренеп тә, тәһәрәт боҙолмаған берҙән-бер осраҡ – ул ҡандың яра сиктәренән ситкә сыҡмауы. Мәҫәлән, тире яраланып та, яра эсендә ҡан күренеп тә, ул ҡан шул яра эсендә генә ҡалһа һәм яра тирәһендәге тире өҫтөнә ағып сыҡмаһа, тимәк, тәһәрәт тә боҙолмаған һанала.


* Мәлики һәм шәфиғи мәҙһәптәренә ярашлы, әгәр ҡан оят ерҙәрҙән түгел, ә тәндең бүтән урындарынан сыҡҡан икән, тәһәрәт боҙолмай. Хәнбәлиҙәргә ярашлы иһә, ҡандың фәҡәт ҙур күләмдә сығыуы ғына тәһәрәтте юҡ итә.


Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Үәссәләм.

 Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй

Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1351

Автор:
Читайте нас