Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ.
Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ Ожмахта ла, Тамуҡта ла булмаған, әммә улар уға ﷺ күрһәтелгән. Улар һәм ундағы буласаҡ ҡайһы бер хәлдәр һәм ваҡиғалар.
Йәннәт менән Йәһәннәмдең барлығы тураһында иһә Аллаһ Тәғәлә беҙгә Ҡөрьәндә һәм Ҡөрьәнгә тиклемге бүтән Изге Китаптарҙа әйткән, һәм беҙ (мосолмандар булараҡ) быға 100% ышанабыҙ. Кемебеҙҙер унда булып ҡайтмаһа ла. Иң ҡыҫҡа яуап ошо.
Ожмах менән Тамуҡтың барлығына һәм Ҡиәмәт көнө буласағына шик белдереүселәр мосолман булып һаналмай. Исемдәре һәм фамилиялары мосолманса булып, Ислам йолаларын (никах, йыназа һәм башҡаһын) кеше ыңғайына үтәп йөрөһәләр ҙә.
2) Һорау: Үлгән кешене нисек дөрөҫ әйтергә: "вафат булған" типме, әллә "мәрхүм булған" типме?
Яуап: Телдәге мәғәнәләре икеһенеке лә бер иш. Әммә "вафат" һүҙе нығыраҡ нейтраль мәғәнәгә эйә, йәғни бөтә төр кешеләргә ҡарата ла (мосолмандарға ла, кафырҙарға ла) иркен ҡулланыла ала. Шуға "вафат" һүҙен ҡулланыу отошлораҡтыр, моғайын.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
3) Һорау: Йән был донъяға бер нисә тапҡыр килә, тиҙәр. Төрлө замандарҙа, төрлө кешеләр булып. Ә кәүҙә – йән өсөн "һауыт" ҡына кеүек: бер кәүҙә эшлектән сыҡҡас, йән икенсе кәүҙәгә күсә, тиҙәр. Әммә Ҡиәмәт көнөндә ул серегән һәм тупраҡҡа әйләнгән тәндәр нисек кире килеп сығасаҡ? Уларҙың бит йәндәре булмаясаҡ. Аңлатығыҙ әле шул ерен.
Яуап: Ҡиәмәт көнө еткәс, Аллаһ Тәғәлә бөтә серегән тәндәрҙе лә кире йыя аласаҡ. Һәр бер кешенең – ул сереп, тамам тупраҡҡа әйләнгәненән һуң да – ҡоймос һөйәге серемәй ятып ҡала. Ана шул ҡоймос һөйәге тирәләй уның бөтә кәүҙәһе кире йыйыласаҡ. Хатта бармаҡ остарындағы һүрәттәренә тиклем һәр бер кешене кире тергеҙәсәкмен, тигән Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә. Беҙҙе иң тәүҙә юҡтан бар итеүсе Аллаһҡа беҙҙе яңынан шул ҡиәфәттә йыйыу һәм терелтеү – мөмкин булмаған нәмә түгел. Ә үлгән кешеләрҙең йәндәре үҙҙәренең кәүҙәләре менән бәйләнеште – ул кәүҙәләр инде сереп бөтһә лә – бер ваҡытта ла юғалтмай.
Кешенең йәне был донъяға бер тапҡыр ғына килә. Һәм, үлгәндән һуң, Ҡиәмәт көнөнә тиклем, йән был донъяға тағы кемдер булып бер ҡасан да кире тыумай.
Йәндең ҡабат-ҡабат был донъяға килеп йөрөйәсәгенә ышаныу – мәжүсиҙәр дине. Мосолманға бындай имеш-мимештәрҙән пак булыу һәм ундай уйҙырмаларға ышанғаны өсөн тәүбә итеү тейешле.
4) Һорау: Мәйетте йыуғанда резина бирсәткә кейергә яраймы?
Яуап: Эйе, быны хатта мүстәхәб (кәңәш ителгән эш) тигәндәр.
5) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ. Егет 18 йәшендә Аллаһ Тәғәләгә ҡайтты. Әсәһе шуға һаман илай, ҡайғыра. "За что тебя забрали небеса?" – тип статустар ҡуя. Үҙе диндә түгел. Мосолманға үтә ныҡ ҡыуанырға һәм үтә ныҡ ҡайғырырға ярамай икәнлеген уға нисек дөрөҫ итеп еткерергә? Шулай уҡ, зыяратта улының ҡәберенә яһалма сәскәләр ултыртҡан һәм, ҡый үҫмәһен өсөн, яһалма үлән түшәгән. Ҡәбер ташына фотоһын да ҡуйған. Шулар яраймы?
Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ.
Ул ҡатынды иң тәүҙә дингә саҡырыу тураһында уйлар кәрәк. Балаһы өсөн илауы йә ҡәбергә сәскә ултыртыуы кеүек һорауҙар – икенсе, өсөнсө урында торған мәсьәләләр. Кешенең ике шәһәҙәт әйтеүе, намаҙға баҫыуы, ураҙа тотоуы, Аллаһтан башҡа бер кемгә лә табынмауы – бына ошолар беренсе урында.
Аллаһтың тәҡдире, Аллаһтың хикмәте, Аллаһтың рәхимлеге тураһында, был донъяға ни өсөн килеүебеҙ, ни өсөн йәшәүебеҙ тураһында ипләп кенә аңлатығыҙ. Юғалтыу кисергән мәлдәрҙә кеше ошо һорауҙар тураһында уйлана башлаусан. Бәлки, әгәр Аллаһ теләһә, һеҙҙең дәғүәтегеҙ арҡылы йөрәге Исламға асылыр. Һәм һеҙ шулай уны мәңгелек Тамуҡтан ҡотҡарып алып ҡалырһығыҙ. Ә тәүфиҡ – Аллаһтан.
#һорауяуап #үлем #мәрхүмдәр
Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1382