Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
10 Ғинуар , 22:00
1

Сәләмләшкәндә нисек ҡул ҡыҫышырға?

(хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)

Сәләмләшкәндә нисек ҡул ҡыҫышырға?
Сәләмләшкәндә нисек ҡул ҡыҫышырға?

ҺОРАУ: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ. Мосолмандарҙың үҙ-ара сәләмләшкәндә нисек ҡул ҡыҫышыуҙары тураһында ике төрлө мәғлүмәт осраны. Беренсеһе – ғәҙәти ҡул бирешеү, икенсеһе – ҡуш ҡуллап сәләмләшеү. Ҡайһыныһы дөрөҫөрәк һәм сөннәткә яҡыныраҡ? Шулай уҡ, ир-егет мосолмандарҙың, ҡул ҡыҫышҡандан һуң, бер-береһенә сикәләре менән тейеп алғандарын күргәнем бар (йәнәһе, сикәнән үбеп алған һымаҡ итеп). Быға нисек ҡарарға?

 ЯУАП: Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән! Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Эргәңдәге мосолманды ҡул биреп сәләмләү – сөннәт һәм сәләмләшеүҙең игелекле бер өлөшө. Был турала:

 "Ҡул бирешеү сәләмде камиллаштыра", – тигән хәҙис тә бар.

📚әт-Тирмиҙи, "Сүнән" (2730) (көсһөҙ хәҙис, әммә мәғәнәһе дөрөҫ, сөнки ҡул бирешеүҙең яҡшы булыуы тураһында көслө хәҙистәр күп – тәрж.).

Сөннәт буйынса нисек дөрөҫ итеп ҡул бирешеүгә килгәндә, бер ҡуллап сәләм биреү ҙә, ҡуш ҡуллабы ла – икеһе лә хәҙистәр менән раҫланған. Ҡайһы бер хәҙистәр, мәҫәлән, бер ҡул менән сәләмләшеүгә ишаралай:

🌟 "Бер мөьмин икенсе мөьминде осратҡан саҡта, уға сәләм биреп, ҡулынан тотоп, ҡул ҡыҫышһа, уларҙың икеһенең дә гонаһтары, ағастан япраҡ ҡойолоп төшкән шикелле, ҡойолоп төшәсәк", – тигән Аллаһ рәсүле ﷺ.

📚 әт-Табәрани, "әл-Мүғджәм әл-Әүсат" (245), әл-Бәйһәҡи, "Шүғәб әл-Имән" (8551), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "әс-Силсилә әс-Сахихә", 1/52).

Икенсе хәҙистәрҙә иһә ике ҡуллап ҡул ҡыҫышыу тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, әл-Бохари имам (Аллаһ уға рәхимле булһын) үҙенең билдәле "әс-Сахих" хәҙистәр йыйынтығының "Ҡул ҡыҫышыу" бүлегендә Ибн Мәсғүттең (Аллаһ унан риза булһын) киләһе һүҙҙәрен килтергән (оҙон хәҙистән өҙөк):

🌟"Аллаһ рәсүле ﷺ миңә тәшәһһүд [доғаһын] минең усымды үҙенең ике усы араһында тотҡан килеш (йәғни, ҡул ҡыҫышҡан саҡта) өйрәтте..."

📚 әл-Бохари, "Сахих" (6265), Мөслим, "Сахих" (402).

Шулай уҡ, әл-Бохари имам шул уҡ "әс-Сахих" йыйынтығының артабанғы бүлеген "Ике ҡуллап ҡул бирешеү" тип атаған да:

 "Хәммәд ибн Зәйет [исемле имам] Ибн әл-Мөбәрәк [исемле имам] менән ике ҡуллап күреште", – тигән әҫәрҙе өлгө итеп килтергән.

Йәғни, хәҙистәрҙән аңлашылыуынса, ике ысул да сөннәт булып тора. Бер ҡуллап күрешәме, ҡуш ҡуллапмы – ике осраҡта ла кеше ҡул ҡыҫышыу сөннәтен үтәйәсәк.

Сәләмләшкән ваҡытта сикәләр менән ҡағылышып алыу күренеше иһә Ҡөрьәндә лә, хәҙистәрҙә лә юҡ. Был – ни бары ҡайһы бер йәмғиәттәрҙә урынлашҡан йола ғына.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Үәссәләм.

📝

 Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй

сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1393

Автор:
Читайте нас